Бөтә яңылыҡтар
8 Сентябрь 2019, 20:36

Ростислав Мырҙағолов: «Тотороҡлоҡ. Башҡортостанда йәшәүселәр ошо һүҙҙе һағынды»

Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Ростислав Мырҙағолов Өфөнөң 18-се мәктәбендә урынлашҡан 154-се һайлау участкаһында тауыш бирҙе. Ул һайларға килгән кешеләрҙе күреүенә шат булыуын һәм һайлаусыларҙың күплеген билдәләне.#ӘйҙәҺайлауға #АйдаНаВыборы

Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Ростислав Мырҙағолов Өфөнөң 18-се мәктәбендә урынлашҡан 154-се һайлау участкаһында тауыш бирҙе. Ул һайларға килгән кешеләрҙе күреүенә шат булыуын һәм һайлаусыларҙың күплеген билдәләне.


Ростислав Мырҙағолов Башҡортостандың яңы етәксеһенән республиканың «ныҡлы аяҡҡа баҫыуын» һәм тотороҡло заман етеүен көтә.



«Тотороҡлоҡ. Һуңғы ваҡытта Башҡортостанда йәшәүселәр ошо һүҙҙе һағынды, сөнки бик күп ҡарарҙар ҡабул ителеп, аҙағынаса еткерелмәне, ярты юлда тороп ҡалды. Барыбыҙға ла тап шул кәрәк. Берләшеү, бер-беребеҙ менән мөнәсәбәттәрҙе асыҡлауҙан туҡтау зарур. Халыҡҡа йәшәүе еңелерәк булһын өсөн бөтәбеҙ ҙә бергәләп эшләргә кәрәк», — тине Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы ағзаһы.

Ростислав Мырҙағолов Башҡортостан Башлығын һайлау «ышаныслы, матур, бер ниндәй ғауғаһыҙ, оппозиция яғынан һорауҙарһыҙ үтер»енә ышана.
Читайте нас: