Бөтә яңылыҡтар
8 Сентябрь 2019, 21:10

Халыҡ ҡайҙа иң әүҙеме?

Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының матбуғат үҙәгендә Салауат районы һәм Күмертау ҡалаһы территориаль һайлау комиссиялары рәйестәре журналистар менән тура бәйләнешкә сыҡты.#ӘйҙәҺайлауға #АйдаНаВыборы

Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының матбуғат үҙәгендә Салауат районы һәм Күмертау ҡалаһы территориаль һайлау комиссиялары рәйестәре журналистар менән тура бәйләнешкә сыҡты.
Салауат районының территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Нелли Рәхмәтуллина бөгөн уларҙа республика Башлығы өсөн тауыш биреү менән бер рәттән урындағы советтарға ла һайлау барыуы тураһында һөйләне. Барлығы 126 депутат мандатына 327 кандидат дәғүә итә. Сәғәт 3-кә район халҡының 60,45 проценты үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәгән.

Күмертау территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Михаил Подковко ҡалала иртәнсәктән байрамса кәйеф күҙәтелеүе, күп урындарҙа концерттар, йәрминкәләр, спорт ярыштары барыуы хаҡында бәйән итте. “Асыҡ ишектәр” көнөнә ярашлы, халыҡты табиптар, юристар ҡабул итә. Ҡаланың ете һайлау участкаһында КОИБ-тар урынлаштырылған.

Әйткәндәй, күмертауҙар республика ҡалалары араһында әлеге сәғәткә үҙҙәрен иң әүҙеме итеп танытты: бында төштән һуңға һайлаусыларҙың 47,4 проценты тауыш биреп өлгөргән.
Читайте нас: