Бөтә яңылыҡтар
8 Сентябрь 2019, 12:52

Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов Өфөлә яңы республика башлығы өсөн тауыш бирҙе

Өфөләге 131-се участкаға тәүгеләрҙең береһе булып Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов килде. 85 йәшлек һайлаусы яңы республика башлығы өсөн баш ҡаланың 16-сы мәктәбендә тауыш бирҙе. Башҡортостандың элекке етәксеһе ашыҡмайынса ғына бюллетенде уҡып сыҡты һәм беренсе кабинкаға йүнәлде.#ӘйҙәҺайлауға #АйдаНаВыборы

Өфөләге 131-се участкаға тәүгеләрҙең береһе булып Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов килде. 85 йәшлек һайлаусы яңы республика башлығы өсөн баш ҡаланың 16-сы мәктәбендә тауыш бирҙе. Башҡортостандың элекке етәксеһе ашыҡмайынса ғына бюллетенде уҡып сыҡты һәм беренсе кабинкаға йүнәлде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 8 сентябрҙә иртәнге сәғәт 7-лә тотош республикала 3 334 һайлау участкаһы асылды. Өс миллиондан ашыу һайлоаусы үҙ тауышын бирә ала. Быйыл һайлау участкалары ғәҙәттәгенән бер сәғәткә оҙағыраҡ – киске 9-ға тиклем эшләй.


Башҡортостан Башлығы вазифаһына һигеҙ кеше дәғүә итә: Владимир Барабаш («Гражданлыҡ көсө»), Зөлфиә Ғайсина («Яблоко» партияһы), Юрий Игнатьев («Ғәҙел Рәсәй»), Рәфис Ҡадиров («Рәсәй патриоттары»), Владимир Кобзев («Социаль ғәҙеллек өсөн Рәсәй пенсионарҙар партияһы»), Юнир Ҡотлоғужин (КПРФ), Иван Сухарев (ЛДПР), Радий Хәбиров («Берҙәм Рәсәй»).


Шулай уҡ бөгөн 9-сы Ҡояшлы бер мандатлы һайлау округы (Өфөнөң Октябрь районы) һәм 16-сы Комсомол бер мандатлы һайлау округы буйынса (Нефтекама) алтынсы саҡырылыш Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттарын өҫтәмә һайлау була – һигеҙ кандидат теркәлгән.
Читайте нас: