Бөтә яңылыҡтар
8 Сентябрь 2019, 14:28

ҺАЙЛАУҒА - ЙӘРМИНКӘ

Урмансы ауылында мәктәп уҡытыусылары, ата-әсәләр йәрминкә ойошторҙо.Уҡытыусылар Венера Ғәлина, Светлана Дилмөхәмәтова ауылдаштарына ҡоймаҡ, шәңкә кеүек бешерелгән ҡамыр ризыҡтары, эремсек, ҡаймаҡ, кәзә һөтө, салаттар тәҡдим итһә, ата-әсәләрҙән Радмир менән Рита Солтановтар ҡорт балы килтергәйне. Ә Зөлфирә Ғәлина һатыуға үҙенең ҡул эштәрен: бәйләм һәм милли биҙәүес әйберҙәрен алып сыҡҡайны. Шулай уҡ бында мәктәп баҡсаһында үҫтерелгән йәшелсәләр ҙә бар.#ӘйҙәҺайлауға #АйдаНаВыборы

Урмансы ауылында мәктәп уҡытыусылары, ата-әсәләр йәрминкә ойошторҙо.
Уҡытыусылар Венера Ғәлина, Светлана Дилмөхәмәтова ауылдаштарына ҡоймаҡ, шәңкә кеүек бешерелгән ҡамыр ризыҡтары, эремсек, ҡаймаҡ, кәзә һөтө, салаттар тәҡдим итһә, ата-әсәләрҙән Радмир менән Рита Солтановтар ҡорт балы килтергәйне. Ә Зөлфирә Ғәлина һатыуға үҙенең ҡул эштәрен: бәйләм һәм милли биҙәүес әйберҙәрен алып сыҡҡайны. Шулай уҡ бында мәктәп баҡсаһында үҫтерелгән йәшелсәләр ҙә бар.
Читайте нас: