Бөтә яңылыҡтар
8 Сентябрь 2019, 20:10

Айгиз Баймөхәмәтов: Беҙ яҙыусыларҙың хеҙмәтенә иғтибар һәм ярҙам һаҡланыр тип ышанабыҙ 15:28, 8 сентября 2019 Мәҙәниәт

Башҡорт яҙыусыһы, Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтов Башҡорт дәүләт университетың уҡыу корпусында тауыш бирҙе.#ӘйҙәҺайлауға #АйдаНаВыборы

«Һайлауҙы ғүмеремдә бер тапҡыр ҙа ҡалдырғаным булманы. Был юлы ла үҙемдең гражданлыҡ бурысымды үтәнем. Беҙ, яҙыусылар, киләсәктә лә республика етәкселеге яғынан беҙҙең хеҙмәткә иғтибар һәм ярҙам һаҡланыр тип ышанабыҙ, — тип билдәләне яҙыусы. — Участкала һайлаусылар: йәштәр ҙә, өлкән быуын да күп. Минең һайлау участкам Башҡорт дәүләт университетының уҡыу корпусында урынлашҡан. Бында студенттар концерт ойошторған, хәҙер йәштәрҙең концертын ҡарайым. Был көн халыҡ байрамына оҡшаған».
2019 йыл Айгиз Баймөхәмәтов өсөн уңышлы булды. Туғыҙ китабы төрлө телдәрҙә донъя күрҙе. Шул уңайҙан Урта Азия илдәрендә яҙыусы менән осрашыуҙар уҙҙы. Киләһе аҙнала Ҡаҙағстандың Мәҙәниәт министрлығы саҡырыуы буйынса Айгиз Баймөхәмәтов Алматыла сығыш яһай. Шулай уҡ көҙ көнө Ҡырғыҙстанда һәм Үзбәкстанда китаптарының исем туйы күҙаллана.
«Китап уҡыусылар менән даими осрашыуҙарға, сәфәрҙә йөрөүемә ҡарамаҫтан, яңы әҫәр өҫтөндә эшләргә ваҡыт табам. Уҡытыусыларҙың тормошона арналған роман яҙа башланым, ул элекке әҫәрҙәрем кеүек етемлек темаһына бәйле түгел», — тип хәбәр итте Айгиз Баймөхәмәтов «Башинформ» агентлығына.
Читайте нас: