Риүәйәттәрҙә яҙылыуынса, йәшел сәйҙе беҙҙең эраға тиклем өсөнсө мең йыллыҡта йәшәгән ҡытай императоры Чен Нунг асҡан. Бер ваҡыт ул баҡсаһында ял иткәндә, уның ҡайнар һыулы көршәгенә ағастан япраҡтар ҡойолоп төшә. Император көршәктәге һыуҙы эсә һәм яңы тәм татыуына ҡыуана. Йәшел сәй оҙаҡ ваҡыт шифалы эсемлек булараҡ ҡулланылған, ә киң билдәлелекте ул һуңыраҡ яулай.
Йәшел сәйҙең файҙаһы тураһында
Йәшел сәй һаулыҡ өсөн бик файҙалы.Төрлө илдәр институттарындағы заманса тикшеренеүҙәр йәшел сәйҙең дауалау үҙенсәлектәрен иҫбатлаған. Был эсемлекте күп төрлө ауырыуҙарға ҡаршы көрәш сараһы итеп ҡулланалар. Сәй составына А, В, В2, С витаминдары, ҙур күләмдә минералдар һәм микроэлементтар инә.
*Кеше организмының һыуыҡ тейеүгә ҡаршы тороусанлығын арттыра;
*Холестерин кимәлен кәметә;
*Ҡан системаһы эшмәкәрлеген яҡшырта:
*Диабетты дауалауға ярҙам итә (ҡандағы шәкәр кимәлен нормала тота);
*Бөйөрҙәр функцияһын яҡшырта;
* Ашҡаҙан-эсәк трактына яҡшы йоғонто яһай;
*Организмды токсиндарҙан таҙарта.
Йәшел сәйҙе ҡулланыу. Күп төрлө медицина үҙәктәренең тикшеренеүҙәре иҫбатлауынса, йәшел сәйҙе даими ҡулланыу онкология ауырыуҙары үҫеше ҡурҡынысын кәметә. Составында фтор булғанға күрә, был эсемлек тештәрҙе кариестан һаҡлай һәм теш ҡаҙнаһы ауырыуҙарын иҫкәртә. Йәшел сәйҙе физик һәм аҡыл көсө күп талап ителгән кешеләргә эсергә кәрәк, нервыларҙы тынысландыра һәм хәтерҙе яҡшырта.
Йәшел сәйҙәге катехиндар ирекле радикалдарҙың тәьҫирен нейтралләштерә һәм тән күҙәнәктәрен ҡартайыуҙан һаҡлай. Йәшел сәйҙең кеше организмына ҡарата булған ыңғай йоғонтоһон һанап бөткөһөҙ. Япондар фекеренсә, был шифалы эсемлек 61 сирҙән дауалай һәм оҙаҡ йәшәүҙең сере булып тора.
Сәйҙең кеше организмына ҡарата булған насар йоғонтоһо иҫбатланмаған.
Йәшел сәйҙе нисек бешерергә?
Сәйҙе нисек бешереү тураһында төрлө фекерҙәр йөрөй.Йәшел сәйҙе дөрөҫ бешереү үҙе бер сәнғәт. Ҡытайҙа хатта бының өсөн махсус йола бар:
– сәйҙе яңы ҡайнап сыҡҡан һыу менән бешерергә һәм 2 минуттан артыҡ тоторға ярамай.
– термос, металл һәм пластик сәйнүктәр йәшел сәй бешереү өсөн бармай.
– сәйнүктең эсе һыуыҡ булмаҫҡа тейеш.
– ”иҫке“ сәйҙе эсергә ярамай. Бешерелеп оҙаҡ ваҡыт һыуһыҙ ҡалған сәй япраҡтары үҙәнселеген юғалта.
– йәшел сәйҙе күп күләмдә эсергә ярамай.
– сәйҙең төҫө уның сифатын билдәләмәй, шуға күрә быға иғтибар итмәгеҙ.
Гөлшат Рәйесова әҙерләне.