Бөтә яңылыҡтар
8 Август 2019, 18:24

“Юлдаш”тар менән осрашыу

Урмансы мәктәбен төрлө йылдарҙа тамамлаусылар июлдә үҙенсәлекле осрашыу уҙғарҙы. Сараға Өфөнән “Юлдаш” радиоһы хеҙмәткәрҙәрен саҡырҙылар.

Урмансы мәктәбен төрлө йылдарҙа тамамлаусылар июлдә үҙенсәлекле осрашыу уҙғарҙы. Сараға Өфөнән “Юлдаш” радиоһы хеҙмәткәрҙәрен саҡырҙылар.

Мәктәп алды ихатаһында үткән осрашыуға килеүсе ауылдаштар алдында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәрүәз Урманшин сығыш яһаһа, кисәне “Юлдаш” радиоһынан Ғәзиз Әбделмәнов (БСТ каналындағы “Теге өсәү” тапшырыуындағы шәп егеттәрҙең береһе) алып барҙы. Урмансы ауылы егете, радиоканал хеҙмәткәре Альберт Рамаҙанов тауыш режиссеры, диджей булды.

Уҡытыусыларыбыҙ Флүзә Садиҡова, Рәзилә Мирсаева, Фәриә Ноғаманова, Мәрйәм Ҡәнәфиева, Миндехан Ҡәнәфиев, Айгөл Шәймырҙина, Люда Хөсәйенова, шулай уҡ ошо ауыл мәктәбен тамамлаусы педагогик хеҙмәт ветераны Рәфилә Мусина мәктәп йылдары тураһында үҙҙәренең хәтирәләре менән бүлеште. Осрашыуға Рәсәйҙең төрлө яҡтарынан, хатта Ҡаҙағстандан һабаҡташтар ҡайтҡайны.

Концерт программаһында мәктәп уҡытыусыһы Азамат Солтанов ҡурайҙа, баянда уйнаны, моңло йыр башҡарҙы, ә Әнис Кашапов йырланы, гармун да тартты. Йәш йырсы, “Йәшлек шоу” һәм “Алтын йыр” конкурстары еңеүсеһе Сәйет Сәйетғәлин да үҙенең дәртле йырҙары менән ауылдаштарын һөйөндөрҙө. Рәғиҙә Зарипова олатаһы тураһында шиғыр һөйләне. 2003 йылғы сығарылыштар, мәктәп йылдарын иҫкә төшөрөп, “Һәр ваҡыт булһын ҡояш” йырын башҡорт, рус, немец телдәрендә башҡарҙы. Сара барышында Альфред Мөхәмәтйәров, Регина Әбүбәкирова кеүек яңы таланттарҙы ла астыҡ.

“Юлдаш”тар, сараны ойоштороусылар Альберт, Руслан Рамаҙановтар менән берлектә үткәрелгән осрашыу дискотека рәүешендә таңға тиклем дауам итте.

Әлиә НОҒАМАНОВА, осрашыуҙы ойоштороусы.

Урмансы ауылы.


Читайте нас: