Бөтә яңылыҡтар
6 Август 2019, 16:59

Ҡусҡарҙан нисек ҡотолорға?

Лайлалы ҡусҡар (слизень) – баҡсала иң ерәнес ҡоротҡостарҙың береһе. Баҡса ҡусҡары бигерәк тә кәбеҫтәне үҙ итә.

Лайлалы ҡусҡар (слизень) – баҡсала иң ерәнес ҡоротҡостарҙың береһе. Баҡса ҡусҡары бигерәк тә кәбеҫтәне үҙ итә. Йылы, ямғырлы йәй – уларҙың күпләп үрсеүенә сәбәпсе. Күптәр был ҡусҡарҙарҙы нимә эшләтергә, тип аптырап ҡала. Бына бер нисә халыҡ ысулдарын тәҡдим итәбеҙ.

Уксус менән. Бер биҙрә һыуға бер стакан 9 процентлы уксус һалырға һәм кисен кәбеҫтәгә һиптерергә. Шыйыҡса ҡусҡарҙың тәненә тейһә, яндыра.

Гәрсис һәм нашатырь. 2 аш ҡалағы нашатырь спиртын, 15 г ҡоро гәрсисте бер литр һыуға һалып, болғатып һиптертергә.

Сауна эффекты. Был ысулды ла күп баҡсасылар маҡтай. Лайлалы ҡусҡар бик эҫене үҙһенмәй. Шуға ла һыуҙы 60 градусҡа тиклем йылытабыҙ һәм кәбеҫтә өҫтөнә һибәбеҙ.

Химикаттар. Әгәр ҙә 100 процент ҡусҡарҙарҙы юҡ итергә булһағыҙ, махсус химик препараттар менән эш итегеҙ. Улар “Гроза” һәм “Мета” препараттары. Тик шуны иҫтә тотоғоҙ, ағыуҙы һипкәс, уңышты өс аҙнанан һуң ғына йыйырға ярай. Тап өс аҙнала ағыу үҫентеләрҙән сығып бөтә.
Читайте нас: