Бөтә яңылыҡтар
2 Август 2019, 12:28

Күптәргә өлгө булырлыҡ

Мәсетле ауылы һылыуы Сәмәриә Радик ҡыҙы Латипова өс тиҫтә йылға яҡын педагог стажы булған мөғәллимә. Туғаныбыҙ асыҡ йөҙлө, иғтибарлы, кешелекле.

Мәсетле ауылы һылыуы Сәмәриә Радик ҡыҙы Латипова өс тиҫтә йылға яҡын педагог стажы булған мөғәллимә. Туғаныбыҙ асыҡ йөҙлө, иғтибарлы, кешелекле.

“Яратҡан һөнәрем буйынса татыу коллективта эшләйем. Үҙемде башҡа һөнәрҙә күҙ алдына ла килтерә алмайым” – ти ул.

Эшһөйәр педагогты уҡытыусылар коллективы ла үҙ итә, балалар менән дә тиҙ уртаҡ тел таба. Үҙ һөнәрен яратҡан Сәмәриә Радик ҡыҙы эшенә тоғро ҡалып, балаларға тейешле тәрбиә һәм ныҡлы белем биреү өлкәһендә тынғыһыҙ хеҙмәт итә. Балаларға әхлаҡи һәм рухи тәрбиә биреп, халҡына, теленә, иленә һөйөү уята, республикаға кәрәкле шәхестәр тәрбиәләүе ғәжәп түгел.

Балаларға яҡшы белем биреү өсөн уҡытыусыға киң эрудициялы, фантазияға бай һәм яҡшы психолог булыу мөһим. Уҡытыусыға талап йылдан-йыл көсәйә, заманса алымдар өҫтәлә. Яңылыҡһыҙ үҫешеү мөмкин түгел бит.

Бик уңған, тырыш беҙҙең Сәмәриә. Мәктәп етексеһенең уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары ла булып эшләне, профсоюз ойошмаһын, бер нисә йыл ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советын да етәкләй.

Һөнәри конкурстарҙа ла бик әүҙем ҡатнаша. Яратҡан эшендә өлгәшкән уңыштары өсөн тынғыһыҙ уҡытыусының хеҙмәте мәктәп, район мәғариф бүлеге, район хакимиәте- нең бик күп Почет грамоталары менән баһаланған.

Тормош иптәше Илдар менән Илгиз исемле ул үҫтерҙеләр. Ул урта мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, юғары уҡыу йортонда уңышлы уҡып йөрөй. Улдарына матур тәрбиә бирҙеләр, хеҙмәтте яратырға, олоно оло, кесене кесе итергә, һәр нәмәнән матурлыҡ күрергә өйрәтәләр. Тәрбиәлә төп иғтибар баланың рухи һәм физик яҡтан һау булып үҫеүенә йүнәлтелергә тейеш, тип иҫәпләй Латиповтар. Улдарының спорт ярыштарынан алып ҡайтҡан миҙалдарының өйҙәрендә гөлләмәләй өйөлөп эленеп тороуы әйткәндәрҙең ҡоро һүҙ булмауын иҫбатлай.

Ныҡлы бәйләнеш, үҙ-ара хөрмәтле мөнәсәбәт – уңыш нигеҙе ошоларҙа.
Читайте нас: