Бөтә яңылыҡтар
1 Август 2019, 18:17

Мәктәп йылдары – ҡабатланмаҫ матур миҙгел

Мәктәп йылдары – кеше ғүмеренең ҡабатланмаҫ матур бер миҙгеле. Кеше күңелендә мәңге юйылмаҫ шатлыҡтар, иҫтәлектәр тик мәктәп йылдарында һалына. Күңелле, онотолмаҫ йылдар. Малаяҙ урта мәктәбен 1994 йылда тамамлаусыларҙың 25 йылдан һуң осрашыуы үткәрелде.

Мәктәп йылдары – кеше ғүмеренең ҡабатланмаҫ матур бер миҙгеле. Кеше күңелендә мәңге юйылмаҫ шатлыҡтар, иҫтәлектәр тик мәктәп йылдарында һалына. Күңелле, онотолмаҫ йылдар.

Малаяҙ урта мәктәбен 1994 йылда тамамлаусыларҙың 25 йылдан һуң осрашыуы үткәрелде.

Осрашыуға килеүселәрҙе Билдәһеҙ һалдат һәйкәле янында ойоштороусылар Лариса Ғәзизова, Динә Корнеева, Ольга Иҡсанова ҡаршы алды. “Уҡыусылар” үҙҙәрен яңынан мәктәп йылдарындағы кеүек хис итте. Һәр бер уҡыусы үҫеп, йылдар аша мәктәп осорона әйләнеп ҡараһа, ғәмһеҙ, ҡайғы-хәсрәтһеҙ, тыныс бала сағын, мәктәп йылдарын иҫкә ала. Һәр кемгә үҙе уҡыған мәктәбе, уҡытҡан уҡытыусылары, бергә уҡыған класташтары ҡәҙерле һәм яҡын.

Һәр кемдең уй-кисерештәре менән уртаҡлашҡыһы килә, һөйләшер һүҙҙәр ҙә күп йыйылған, көндөҙ башланған осрашыу төнгәсә дауам итте. Осрашыуға төрлө төбәктәрҙән – Санкт-Петербург, Екатеринбург, Өфө, Мәләүез тарафтарынан һабаҡташтар ҡайтҡаны. Класс етәкселәребеҙ – Динара Ҡәрип ҡыҙы Мифтахова, Лилиә Хөсәйен ҡыҙы Биккинина, Фәнзира Исрафил ҡыҙы Ғәлимова ла килеп етте. Уҡытыусыларыбыҙ бөгөн хаҡлы ялда булһа ла, әүҙем тормош менән ғүмер итәләр. Осрашҡанда һәр беребеҙ менән ҡыҙыҡһыналар, ихлас теләктәрен еткерәләр.

1994 йылғы сығарылыш класы нимәһе менән башҡаларҙан айырыла һуң? Эйе, айырыла, сөнки 1994 йылда Малаяҙ урта мәктәбе нигеҙендә ойошторолған тәүге гимназия класы ла сығарыла. Уның класс етәксеһе Фәнзирә Исрафил ҡыҙы булды.

Уҡытыусыларыбыҙ ҙа иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе иҫкә төшөрҙө. Ғөмүмән, улар уҡыусыларынан ҡәнәғәт, сөнки үҙҙәре уҡытҡан, тәрбиәләгән балалар бөгөнгө ҡатмарлы заманда юғалып ҡалмаған, һәр береһенең хатта икешәр юғары белеме, эше, ғаиләһе, балалары бар. Эскерһеҙ, ихлас һөйләшеүҙәрҙә кешенең кемлеге күренә, бөтә ысынбарлыҡ тулыһынса асыла. Элекке класташтарҙың бөгөн дә бер-береһе менән даими бәйләнештә булыуҙары, ярҙамлашып, шатлыҡ-ҡайғыларҙы бүлешеп йәшәүҙәре хөрмәткә лайыҡ. Мәктәпте тамамлағандан һуң тиҫтә йылдар үтһә лә, барыһы ла шул уҡ – саф, таҙа күңелле ҡалғандар. Тырыш булыуҙары арҡаһында бөгөн бик кәрәкле һөнәр эйәләре булып йөрөйҙәр. Мәҫәлән: Заһит Таһиров Өфөлә “Кроношпан” заводында баш механик, Ирина Ғәлимова, Илдус Кирханов ер буйынса белгестәр, Ринат Садиҡов, Азат Хәмиҙуллин, Наталья Чванова иҫәп-хисап белгестәре, Руслан Мөхәмәтйәнов һалым хеҙмәте белгесе, бөгөн юл хеҙмәтендә эшләй, Эльмира Ерохина, Зөһрә Камаева банк хеҙмәткәрҙәре, Зөлфиә Вәкилова, Сергей Петухов – юристар, Динә Корнеева, Лариса Ғәзизова, Гөлназ Ғиндуллина – эшҡыуарҙар, Эльмира Рәхмәтуллина – йәмәғәт туҡланыуы идарасыһы, Юлиә Тазиева, Ирина Сергеева, Әлфиә Шаһаева медицина өлкәһендә эшләй, Зәлиә Тажетдинова – йырсы, Надежда Хөснөтдинова заправкала оператор һ.б.

Кисәбеҙ күңелле булһа ла, уның моңһоу яғы ла булды. Фани донъя менән хушлашып, арабыҙҙан иртә китеп барғандар ҙа бар – тәүге уҡытыусыбыҙ Сәүиә Зәки ҡыҙы Закирова, класташтар Радим Ғилманов, Рөстәм Хәйров, Финат Баһауетдинов. Уларҙың яҡты иҫтәлегенә тип бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде.

Класташтар менән осрашыуҙарҙың һуңғыһы булмаһын, аралашып, хәлдәрҙе белешеп, ҡунаҡҡа йөрөшөп, ярҙамлашып йәшәйек, тип таралыштыҡ. Шулай уҡ матур сараны ойоштороусыларға ҙур рәхмәт.

Гөлшат Шәмсетдинова,

1994 йылғы сығарылыш уҡыусыһы.


Читайте нас: