Быйылғы йәй Иркутск халҡы өсөн бик ҡайғылы килде. Июнь аҙағында яуған ямғырҙар арҡаһында күтәрелгән ташҡын өлкәнең ярты территорияһын баҫып алды.
Иркутскиҙа теркәлгән фажиғәле хәлдәрҙе һанап бөтөрлөк түгел. Ун меңгә яҡын йорт һыу аҫтында ҡалды, 25 кеше һәләк булған, һигеҙе әле лә табылмаған. Иң ҙур һынау Тулун ҡалаһына тура килде. Унда һыу кимәле 14 метрға тиклем барып еткән.
Рәсәй Президенты Владимир Путин Иркутск халҡын иғтибарһыҙ ҡалдырманы, һуңғы аҙнала ике тапҡыр төбәккә барып ҡайтты. Ябай халыҡ менән күреште. Иң тәүге бурыс — белем усаҡтарын тергеҙеү, сөнки мәктәптәр, балалар баҡсалары иң ҙур зыян күргән һәм уларҙы төҙәтеү өсөн ваҡыт бик тар. Әлеге ваҡытта ғаиләләргә йорт асҡыстары тапшырыла башлаған. Бер миллиард ярымдан ашыу аҡса бүленгән. Ярҙам күрһәтеү дауам итә.