Бөтә яңылыҡтар
19 Июль 2019, 12:15

Урал батыр менән Йүрүҙәнә (әкиәт)

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер бабай менән әбей. Уларҙың булған, ти, бер улы. Исеме булған икән Урал.

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер бабай менән әбей. Уларҙың булған, ти, бер улы. Исеме булған икән Урал. Малай бик аҡыллы, тыңлаусан булып үҫкән. Урал йыл үҫәһен – ай, ай үҫәһен көн үҫеп, баһадир кәүҙәле ир затына еткән, ти.

Баһадир егет туған тәбиғәтен бик яратҡан. Һунарға тип сығып китә лә балыҡ, еләк-емеш кенә алып ҡайта икән. Ата-әсәһе улдарының юлы уңмай икән, шуға ла йәнлек-фәлән эләкмәйҙер тип уйлап, бер заман уның менән һунарға сыҡҡандар, ти. Ә Урал, баҡһаң, йәнлектәр, ҡош-ҡорт менән дуҫлашып бөткән дә улары егетте шунда уҡ һырып алған, ә ҡоштар моңло көйҙәрен һуҙған. Ата-әсәһе был хәлгә бик шатланған.

Уралдың тыуған яғында тәбиғәт шул тиклем матур булған, төрлө яҡтарҙан кешеләр килеп, ошо хозур тәбиғәткә һоҡланып, ял итеп киткән, ти. Килгән кешеләр тәбиғәтте һаҡларға, байытырға өйрәнгән, ти.

Урал Йүрүҙәнә исемле ҡыҙға өйләнгән. Иленә дошман ҡул һуҙғас, Урал тыуған төйәге халҡының азатлығын яҡлап яу сапҡан, ти. Аяуһыҙ алышта еңеүсе булып ҡайтҡан. Халыҡ уны үҙенең батыры итеп ҙурлаған, уның хаҡында йырҙар сығарған, шиғырҙар ижад иткән, ти.

Урал менән Йүрүҙәнәнең улдары, ҡыҙҙары үҫеп буй еткән. Халыҡ Урал менән Йүрүҙәнәнең исемдәрен мәңгеләштерергә теләгәс, Урал баһадир – тауға, Йүрүҙәнә һылыу йылғаға әйләнгән, ти. Уларҙың ҡыҙҙары һәм улдары, ейән-ейәнсәрҙәре лә аҙаҡ Әй, Шәрҙәйкә, Игенйылға, Сатра, Ҡаратау, Ағиҙел, Ҡариҙел, Һаҡмар, Ирәмәл, Ирәндек, Торатау,

һ.б исемле тау, йылғаларға әйләнеп, тыуған төйәктәрен йәмләп, дошманға ҡалҡан булып, халҡына йәм, тәм булып йәшәүҙәрен дауам иткәндәр, ти.

ххх

Бына шундай матур ерҙә, ожмах мөйөшөндә йәшәүебеҙ өсөн беҙ Уралға, Йүрүҙәнәгә бурыслыбыҙ.

Шуға ла туған тәбиғәтебеҙҙе һаҡларға, байытырға, киләһе быуындарға еткерергә бурыслыбыҙ беҙ ҙә!

Сәид ҒАЙСИН,
Малаяҙ башҡорт
гимназияһы уҡыусыһы.

Читайте нас: