Бөтә яңылыҡтар
10 Июль 2019, 12:42

Тирмәләрҙә – халыҡ көнкүреше

Тирмәләр конкурсы район һабантуйында йыл һайын уҙғарыла. Быйыл районыбыҙҙың 16 ауыл биләмәһе лә был сарала ҡатнашты.

Тирмәләр конкурсы район һабантуйында йыл һайын уҙғарыла. Быйыл районыбыҙҙың 16 ауыл биләмәһе лә был сарала ҡатнашты.

Жюри ағзалары тирмәләр һәм бәләкәй йорттарҙың эске биҙәлеше, ихаталағы йыһазланыш, шәжәрәһе булыуы, милли аш-һыуҙың төрлөлөгөнә иғтибар итте. Шулай уҡ 2020 йылда Башҡортостанда үтәсәк Бөтә донъя Фольклориадаһына әҙерлек сиктәрендә халыҡ уйындарын күрһәтеү, уға жюрины һәм тамашасыларҙы йәлеп итеү буйынса баһа ҡуйылды. Ауыл биләмәләренең тирмәләре янында Башҡортостандың 100 йыллығы һәм башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың 265 йыллығы темаларын стендтар, фотокүргәҙмәләр менән яҡтыртыуы ла ҡаралды.

Шуны әйтергә кәрәк, жюри комиссияһы составы быйыл үҙгәртелде. Уға “Салауат вариҫтары” ассоциацияһы рәйесе Виктор Хәкимов етәкселек итте, ә бойондороҡһоҙ эксперт булараҡ, Дыуан районынан Илгиз Исхаҡов саҡырылды.

Һөҙөмтәлә тирмәләр конкурсында Арҡауыл ауыл биләмәһе (Луиза Хәйретдинова) Гран-при алды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, улар өсөнсө йыл еңеү яулай.

1-се урын – Торналы ауыл биләмәһе (Гөлниса Мөхибуллина), 2-се – Нәсибаш (Рәсимә Бикмөхәмәтова), 3-сө урын Ишембай ауыл биләмәһенә (Зилә Шәйәхмәтова) бирелде.


Номинациялар түбәндәгесә билдәләнде:

Әлкә – “Иң яҡшы шәжәрә”;

Лағыр – “Иң яҡшы милли аш-һыу”;

Лаҡлы – “Иң яҡшы милли ижад;

Малаяҙ (Татар Малаяҙы) – “Милли һөнәрселек һәм традициялар”;

Мәсетле – “Быуындар бәйләнеше”;

Миәшәгәр – “Иң яҡшы күргәҙмә”;

Мөрсәлим – “Халыҡтар дуҫлығы”;

Первомайский – “Ҡунаҡсыллыҡ һәм йомартлыҡ өсөн”;

Салауат – “Иң яҡшы фольклор коллектив”;

Таймый – “Иң яҡшы ихата”;

Тирмән – “Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығын иң яҡшы яҡтыртҡаны өсөн”;

Янғантау – “Халыҡ йолалары һаҡланғаны өсөн”.
Читайте нас: