Бөтә яңылыҡтар
10 Июль 2019, 13:43

Бал ҡорто һәм серәкәй (Мәҫәл)

– Бе-ез-з-з. Бе-ез-з-з. Арыу-талыуҙы белмәй эшләп йөрөгән Бал ҡортоноң баш осонан безелдәк Серәкәй өйөрөлөп осто.

– Бе-ез-з-з. Бе-ез-з-з. Арыу-талыуҙы белмәй эшләп йөрөгән Бал ҡортоноң баш осонан безелдәк Серәкәй өйөрөлөп осто. – Бе-з-з, бе-з-з-з. Юҡҡа көс түгәһең, нескә бил. Көн дә эшләйһең, шул да булдымы тормош?! Бына мин, исмаһам, оҙон томшоғом, үткер тештәрем менән һимеҙ аттарҙың, һыйырҙарҙың ҡандарын эсәм-һурам. Һәр саҡ туҡмын, эш тип ҡыл да ҡыбырлатмайым. Бе-з-з-з, бе-з-з-з...

Ә Бал ҡорто сәскәнән-сәскәгә ҡунып эшләүен белде. Хәйер, ул Серәкәйҙең һүҙҙәренә ҡолаҡ та һалмай ине.

Төштән һуң ни күрә Бал ҡорто: Серәкәй уның алдына ҡолап төштө.

– Нимә булды, Серәкәй?

– Бе-е-з-з-з, бе-е-е-е-з-зз, – тип безелдәне Серәкәй. – Аттан ҡасып, һыйырға ҡунған инем, ул ҡойроғо менән ҡабырғама һуҡты, ҡанаттарымды һындырҙы. Аттың ҡойроғо йомшағыраҡ икән, һыйырҙыҡына ҡарағанда.

– Аттыҡы ял, ә һыйырҙыҡы һөйәк.

– У-у-уфф. Үлә-ә-әм. Бе-е-е-з-з-з...

Тиҙҙән Бал ҡортона тағы ла бер эш өҫтәлде – маҡтансыҡ Серәкәйҙең мәйетен үләт баҙына алып барып ташлау.

Илбарис Сәлимхан.

Тирмән ауылы.
Читайте нас: