Бөтә яңылыҡтар
9 Июль 2019, 12:43

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтте

28 – 29 июндә үткән Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡорол­тайында беҙҙең Сала­уат районы деле­гацияһы ла ҡатнашты.

Делегация составында район хакимиәте башлығы Марс Кашапов, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Көнһылыу Ғәлиева, Салауат Юлаев музейы директоры Зилә Садиҡова, Урмансы ауыл мәҙәниәт йорто директоры, “Етегән” фольклор халыҡ ансамбле етәксеһе Сафуан Сәйет­ғәлин һәм Лағыр урта мәктәбе уҡытыусыһы Ранис Хәкимов барҙы.
Ҡоролтай эшендә Башҡортостан Башлығын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Ҡоролтайҙың пленар өлөшөнән һуң эш һигеҙ секцияла дауам итте. Унда делегаттар сығыштар тыңланы, фекерҙәр алышты. Икенсе көнөндә делегаттар Ишембай районында үткән “Торатау йыйыны”нда ҡатнашты.
Ҡабул ителгән резолюциялар Башҡортостандың артабанғы үҫешенә йүнәлтелде.
Читайте нас: