Бөтә яңылыҡтар
9 Июль 2019, 17:39

Республика Башлығын һәм ауыл депутаттарын һайлайбыҙ

8 сентябрҙә Башҡортостанда төп сәйәси ваҡиға – Республика Башлығын һайлаясаҡбыҙ. Бынан тыш, тағы ниндәй һайлауҙар үтәсәк, ниндәй үҙгәрештәр, яңылыҡтар көтөлә. Ошо хаҡта Салауат районы Территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Нелли РӘХМӘТУЛЛИНА һөйләй.

8 сентябрҙә Башҡортостанда төп сәйәси ваҡиға – Республика Башлығын һайлаясаҡбыҙ. Бынан тыш, тағы ниндәй һайлауҙар үтәсәк, ниндәй үҙгәрештәр, яңылыҡтар көтөлә. Ошо хаҡта Салауат районы Территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Нелли РӘХМӘТУЛЛИНА һөйләй.


– Нелли Наил ҡыҙы, 8 сентябрҙә беҙҙең районда ниндәй һайлауҙар көтөлә?
– Быйыл Салауат районында бер нисә һайлауҙар үтәсәк. Улар – Башҡортостан Республикаһы Башлығы, район ауыл биләмәләре советтарына депутаттар һәм дүртенсе саҡырылыш БР Салауат районы МР Советының 2-се бер мандатлы һайлау округы депутатына өҫтәмә һайлауҙар. Һайлауҙарға әҙерлек йыл башынан уҡ бара. Һайлау участкаларының сиктәрен аныҡлау, уларҙың һанын оптималләштереү, комиссияларҙы кадрҙар менән тәьмин итеү, тауыш биреү биналарын әҙерләү эштәре башҡарылды. 44 участка һайлау комис­сияһы эшләйәсәк, 20 475 һайлаусы ҡатнашасаҡ.

– Урындағы Советтарға депутаттар һайлау тураһында ла һөйләп үтегеҙ.

– Мөрсәлим ауыл биләмәһенән башҡа, әлеге депутаттарҙың вәкәләттәренең срогы сығыуы менән бәйле, бар ауыл советтарында ла урындағы үҙидаралыҡтың вәкәләтле органдарына депутаттар һайлау үтәсәк. 2019 йылдың 12 июленә тиклем урындағы үҙидаралыҡтың вәкәләтле органдарына депутатлыҡҡа кандидаттарҙан документтар ҡабул итәбеҙ. Территориаль һайлау комиссия 10.00 сәғәттән алып 18.00 сәғәткә тиклем эшләй. Ял ваҡыты – 13.00 сәғәттән 14.00 сәғәткә тиклем. Территориаль һайлау комиссияһы сайтында бер мандатлы һайлау округтарының ентекле схемаһы ҡуйылған. Барлығы 147 депутат һайланасаҡ. Бынан тыш, дүртенсе саҡырылыш БР Салауат районы МР Советына бер мандатлы 2-се һайлау округы (Арҡауыл һәм Күҫәләр ауылдары) депутатын һайлау буйынса өҫтәмә һайлауҙар тәғәйенләнгән.

– Буласаҡ һайлауҙарҙа ниндәй яңылыҡтар көтөлә?

– Беренсенән, тауыш биреү ваҡыты 2 сәғәткә арттырылды. Яңы законға ярашлы, Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә тауыш биреү иртәнге 7-нән алып 21 сәғәткә тиклем үтәсәк. Икенсенән, элек көндөҙгө бүлектә уҡыусы студенттар йәшәү буйынса, йә уҡыған ерендә һайлай алһа, яңы закон буйынса, студенттар өсөн “мобиль һайлаусы” ғына эшләй. Тимәк, уҡыу ере буйынса ғына һайлай ала. Өсөнсөнән, ауыл биләмәләре һайлауҙарына ҡағылышлы үҙгәрештәр. БР Һайлауҙар тураһында Кодексының 58-се статьяһына ярашлы, һайлау фондтарын булдырыу тәртибен регламентлай. Ауыл биләмәләренең урындағы үҙидаралыҡ органдарына депутатлыҡҡа кандидаттар махсус һайлау иҫәбе асмайынса һайлау фондын аса ала, әгәр кандидаттың һайлау кампанияһын финанслауға сығымдары 15 мең һумдан ашмаһа. Элекке закон буйынса 5 мең һумдан артыҡ булмаһа.

– Һайлаусыларға ниндәй теләктәрегеҙ булыр?

– Беҙ һайлаусыларҙы әүҙем булырға саҡырабыҙ, үҙегеҙҙең гражданлыҡ мөнәсәбәтегеҙҙе белдерегеҙ, һеҙҙең һайлауҙан республикабыҙ һәм район киләсәге билдәләнә.
Читайте нас: