Бөтә яңылыҡтар
3 Июль 2019, 12:59

Батыр ҙа, сәсән дә, мәргән дә Салауат!

Милли батырыбыҙҙың юбилейына арналған йыйында Салауат исеме менән бәйле республика һәм район кимәлендә төрлө бәйгеләр ойошторолдо. “Салауат йыйыны батыры”, “Салауат әйтеше” һәм “Салауат уғы” мауыҡтырғыс һәм үҙенсәлекле саралар булды.

Милли батырыбыҙҙың юбилейына арналған йыйында Салауат исеме менән бәйле республика һәм район кимәлендә төрлө бәйгеләр ойошторолдо. “Салауат йыйыны батыры”, “Салауат әйтеше” һәм “Салауат уғы” мауыҡтырғыс һәм үҙенсәлекле саралар булды.


  • Йыйын батырына бүләккә – ат

“Салауат йыйыны батыры” республика бәйгеһендә һигеҙ егет ҡатнашты. Уларҙан беҙҙең райондан Әлкә ауылынан Алмас Шәмсетдинов менән Байрас Шөғәйепов был конкурста көс һынашты.

– Һәр батыр үҙе менән таныштырҙы, йыр башҡарҙы, шиғыр һөйләне, көрәштек тә, уҡтан да аттыҡ, – тине Байрас ярыш төрҙәрен атап үтеп.

Егет Өфө күп профилле һөнәрселек колледжының икенсе курсын тамамлаған. Бәйгелә ул милли көрәш буйынса – беренсе, уҡ атыуҙа өсөнсө урынға сыҡты. Һөҙөмтәлә Байрас Шөғәйепов (һүрәттә) беренсе урынды яуланы. Алмас Шәмсетдинов “Салауат рухлы батыр” номинацияһына лайыҡ булды.

Ә бына “Салауат йыйыны батыры” республика бәйгеһе еңеүсеһе тип Учалы районынан Айназ Низаметдинов иғлан ителде. Уға район хакимиәте башлығы Марс Кашапов тантаналы шарттарҙа ат бүләк итте. Йыйын батыры Айназ бөгөн Өфөлә “Ҡурай” телеканалында эшләй.


  • Сәсәндәребеҙ “Халыҡ” исемле

Һабантуйҙың балалар сәхнәһендә республика сәсәндәре сығышы булды. Бәйгелә Башҡортостандың төрлө райондарынан, Силәбе өлкәһенән, Татарстандан вәкилдәр ҡатнашты.

“Салауат әйтеше” интернет бәйгеһе йомғаҡтары буйынса Баймаҡ районы сәсәне Әкрәм Ҡәйепҡолов Гран-при алды. Силәбе өлкәһе сәсәниәһе Фәнүзә Зөлҡәрнәйева беренсе урынға сыҡты.

Бүләкләү тантанаһында, БР Мәҙәниәт министрлығы ҡарарына ярашлы, Малаяҙ ауылынан һәүәҫкәр шағир-сәсән Фларис Ғайсинға (һүрәттә) “Халыҡ сәсәне” исеме бирелде. Ул Малаяҙ башҡорт гимназияһы ҡарамағындағы сәсәндәр мәктәбенә лә етәкселек итә. Ә балаларҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Индира Ҡазиханова әҙерләгән. Уҡыусылар республика сәсәндәре һәм абруйлы жюри алдында үҙҙәренең һүҙ оҫталығын күрһәтте.

Гимназияның “Әйлеләр” сәсәндәр мәктәбе лә һабантуйҙа “Халыҡ коллективы” исемен алды. Уларға ла Мәҙәниәт министрлығы һәм Республика халыҡ ижады үҙәгенең Дипломы тапшырылды. Йәш сәсәндәрҙе ҡотлайбыҙ!


  • Мәргән уҡсы – Лағырҙан

“Салауат уғы” мәргәндәр бәйгеһе район кимәлендә ойошторолдо. Йәйәнән уҡ атыуҙа ир-аттар ғына түгел, гүзәл заттар ҙа ҡатнашты.

Мәҫәлән, Торналынан Гөлназ Киржакова (һүрәттә) ла ярышҡа милли кейемдә килеп, йәйә керешен тартып, уҡты сәпкә тоҫҡап атып, үҙ оҫталығын һынап ҡараны. Ул ойоштороу комитетының Дипломы һәм сертификаты менән бүләкләнде.

Ярышта иң күп мәрәй йыйып, Лағырҙан Ильяс Ғәлләмов беренсе урынды алды. Бүләккә ун мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булды. Икенсе – Денис Рыбас (Мәсетле ауылы), өсөнсө урынды Фларит Малиҡов (һүрәттә) (Арҡауыл ЛПУ-һы) алды.


  • Кемдәр тәкәне алды?

Милли көрәш – быуаттар аша һаҡланып килгән спорт төрөнөң береһе.

Уҡыусылар ҙа, ололар ҙа майҙан тотто, бил бирергә теләмәне. Быйыл һабантуй батыры берәү генә булманы. Һәр ауырлыҡ категорияһында үҙ еңеүселәре билдәләнеп, барыһы алты тәкә бүләккә бирелде. Көсөр­гәнешле алышта Шәрәк­тән Альберт Ниғәмәтов, Арҡауылдан Илнур Ғайнанов, Сыбаркүлдән Наил Мөхә­мәтйәнов, Әлкәнән Динис Нурмөхәмәтов, Таймыйҙан Ислам Ишмөхәмәтов еңеү яулап, тәкәне яурындарына һалды. Ярыштан шулай уҡ килгән ҡунаҡтар ҙа ситтә ҡалманы. Спорт мастерлығына кандидат Әсләм Хафизов та тәкәле булды. Тирмәндән Азамат Зарипов, Малаяҙҙан Арсен Борханов, Ҡарағол ауылынан Шамил Сәғитов үҙ ауырлыҡ категорияларында еңеү яулап, төрлө приздар менән бүләкләнде.


  • “Меридиан” – еңеүсе

Волейбол, мини-футбол кеүек команда ярыштары кискә тиклем барҙы.

Бигерәк тә футбол ярышы бик ҡыҙыу үтте. Спорт сараһында барыһы 15 команда ҡатнашты. Һөҙөмтәлә Малаяҙ ауылы командаһы “Меридиан”ға етеүселәр булманы. Малаяҙ спортсылары башҡаларҙың ҡапҡаларына туп артынан туп керетеп еңеүсе булды. 2-сене – лағырҙар, 3-сө урынды нәсибаштар яуланы.

Командаларға бүләктәр тапшырылды.


Читайте нас: