Бөтә яңылыҡтар
2 Июль 2019, 11:51

Салауат йыйыны - 2019. Кемдәр еңеүсе булды?

Милли көрәш, аттар сабышы, бригадирҙар ярышы, гер күтәреү, бағанаға менеү, армрестлинг һ.б.... Һабантуйҙа кемдәр еңеү яуланы?

Ярыштар – һабантуйҙың иң сағыу өлөшө.

Осо һауаға олғашҡан бағанаға менергә теләүселәр быйыл да етерлек ине. Бағананың осона үрмәләү генә етмәй, уға мөмкин тиклем тиҙ менергә кәрәк. Шуға ла был эш көс, таһыллыҡ, йылғырлыҡ һәм оҫталыҡ талап итә. Урмансынан Данис Кашапов, Яҙғы-йорттан Эльвир Хәйбуллин, Иҙелбайҙан Рифат Зәйнетдинов, Яңы Ҡаратаулынан Ришан Зәйнетдинов һәм Лағырҙан Илнар Басыров иң йылғырҙары булараҡ үҙ приздарын алды.

Гер күтәреүселәр араһында ла ярыш бик сәмле үтте. Спорт сараһы ике төркөм араһында барҙы. Ирҙәр – 24, ә егеттәр 16 килограмм ауырлыҡтағы герҙе күтәреп ярышты. Янғантауҙан Ленар Хөсәйеновҡа етеүселәр булманы. Ул герҙе 75 тапҡыр күтәрҙе. Егеттәр араһында беренсе урынды Малаяҙҙан Олег Количенко яуланы. 2-сегә – Әсләм Хафизов (Мәсетле районы), Ишембайҙан Алмаз Фәхретдинов, 3-сө урынға Малаяҙҙан Фәнис Ғибаҙуллин сыҡты.

Армспорт ярышы быйыл 20-нән ашыу спортсыны үҙенең янына йыйҙы. Һәр йылдағыса ярыш бик сәмле барҙы. Тамашасылар армрестлинг өҫтәлен уратып, сара барышын күҙәтте. Был спорт төрө менән шөғөлләнгәндәр бында ҡул, беләк көсө генә етмәүен, ә техниканы яҡшы белеү кәрәклеген яҡшы белә. Оҙаҡ йылдар армрестлингта алдынғылыҡты бирмәгән “Янғантау” шифаханаһы хеҙмәткәре Айрат Мөғинов быйыл да еңеүсе булды. 2-сегә – Торналынан Франс Дәүләтбаев, 3-сө урынға Әлкәнән Илдар Сәғҙетдинов сыҡты.

Милли көрәш – быуаттар аша һаҡланып килгән спорт төрөнөң береһе.

Уҡыусылар ҙа, ололар ҙа майҙан тотто, бил бирергә теләмәне. Быйыл һабантуй батыры берәү генә булманы. Һәр ауырлыҡ категорияһында үҙ еңеүселәре билдәләнеп, барыһы алты тәкә бүләккә бирелде. Көсөр гәнешле алышта Шәрәктән Альберт Ниғәмәтов, Арҡауылдан Илнур Ғайнанов, Сыбаркүлдән Наил Мөхә мәтйәнов, Әлкәнән Динис Нурмөхәмәтов, Таймыйҙан Ислам Ишмөхәмәтов еңеү яулап, тәкәне яурындарына һалды. Ярыштан шулай уҡ килгән ҡунаҡтар ҙа ситтә ҡалманы. Спорт мастерлығына кандидат Әсләм Хафизов та тәкәле булды. Тирмәндән Азамат Зарипов, Малаяҙҙан Арсен Борханов, Ҡарағол ауылынан Шамил Сәғитов үҙ ауырлыҡ категорияларында еңеү яулап, төрлө приздар менән бүләкләнде.

Волейбол, мини-футбол кеүек команда ярыштары кискә тиклем барҙы.

Бигерәк тә футбол ярышы бик ҡыҙыу үтте. Спорт сараһында барыһы 15 команда ҡатнашты. Һөҙөмтәлә Малаяҙ ауылы командаһы “Меридиан”ға етеүселәр булманы. Малаяҙ спортсылары башҡаларҙың ҡапҡаларына туп артынан туп керетеп еңеүсе булды. 2-сене – лағырҙар, 3-сө урынды нәсибаштар яуланы.

-------------------------------------

Очень интересной и зрелищной получилась спортивная программа. Многочисленные болельщики наблюдали за конкурсами, подзадоривая участников. Желающие от мала до велика взбирались на столб за подарками, балансировали на бревне, бились на мешках, разбивали горшок. Те, кто посмелее — принимали участие в борьбе куреш и состязались в силе, поднимая гири.
Неотъемлемой частью «праздника плуга» являются состязания в национальной борьбе курэш. Здесь победителями стали :Альберт Нигаматов (д. Шаряк), Ильнур Гайнанов (с. Аркаулово), Наиль Мухаметьянов (д. Чебаркуль), Динис Нурмухаметов (с. Алькино), Ислам Ишмухаметов (д. Таймеево), среди гостей Аслям Хафизов. Всем им подарили живого барана.
Среди любителей потягать гири, первым среди мужчин стал Ленар Хусаинов (с. Янгантау), в категории «юноши» — Олег Количенко (с. Малояз).
Зрелищной частью праздника стали традиционные скачки. В скачках на дистанции 2000 и 6000 метров участвовали верховые лошади и их помеси. В заезде лошадей рысистых пород не было равных всадникам из Дуванского района. Все они заняли призовые места. В категории рабочие лошади победу завоевал Айнур Загидуллин на жеребце Ураган ( агрофирма Таймеевская) . Второе место у Тимура Сайфуллина (д.Мещегарово). Третьим финиша достиг Ильнур Нусратуллин на кобыле по кличке Рада ( агрофирма Таймеевская).
Зрители с нетерпением ждали еще одно традиционное для сабантуя состязание – конкурс бригадиров. Нужно было быстрее всех запрячь лошадей и финишировать. Задача требовала от бригадиров мастерства и удали. Победителем здесь стал бригадир Зуфар Сагадеев (КФХ А. Шамсетдинов) , вторым пришел Ильдар Камалетдинов и замкнул тройку призеров Айрат Гайнетдинов.
В скачках на 6000 метров призы распределились так: первое место —Ринат Ганеев (санаторий “Янгантау”) , второе —Ганеев Рауль (санаторий “Янгантау”), третье — Даниил Барбанаков (с. Турнали)
На празднике ринг армрестлинга был окружен плотным кольцом — в основном, мужчины. Здесь победу одержал Айрат Мугинов сотрудник санатория “Янгантау”. Второе место занял Франс Давлетбаев (с. Турнали), третье место досталось Ильдару Сагдетдинову из с. Алькино.
Вертикальный столб в этот день смогли покорить смельчаки Данис Кашапов, Эльвир Хайбуллин, Рифат Зайнетдинов, Ришан Давлетбаев, Ильнар Басыров.

Читайте нас: