Бөтә яңылыҡтар
18 Июнь 2019, 13:36

Аҡ халатлыларға – ихтирам һәм хөрмәт

Йыл һайын июндең өсөнсө йәкшәмбеһендә һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре: табиптар, шәф­ҡәт туташтары, фельдшерҙар һәм кесе мед­персонал үҙ­ҙәренең һөнәри бай­рамын билдәләй. Район мә­ҙәниәт йор­тонда аҡ халат­лыларҙы ҡотлау сараһы уҙға­рылды.– Районда 80 табип эшләй.

Йыл һайын июндең өсөнсө йәкшәмбеһендә һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре: табиптар, шәф­ҡәт туташтары, фельдшерҙар һәм кесе мед­персонал үҙ­ҙәренең һөнәри бай­рамын билдәләй. Район мә­ҙәниәт йор­тонда аҡ халат­лыларҙы ҡотлау сараһы уҙға­рылды.

– Районда 80 табип эшләй. Коллектив йәш. Быйыл Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлап, тағы ла йәш белгестәрҙең ҡайтыуы көтөлә. Уларға йорт төҙөү өсөн ер бүленә, дауахана яңы ҡорамалдар менән даими йыһазландырыла, дарыу препараттары менән тәьминәт яҡшы. Хөрмәтле медицина хеҙмәткәрҙәре, һеҙгә кеше һаулығы һәм ғүмере хаҡына изге хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт белдерәбеҙ, – тине район хакимиәте башлығы Марс Кашапов ҡотлау телмәрендә.

Коллегаларын Малаяҙ район үҙәк дауаханаһы баш врачы Нурғәли Бикбулатов та тәбрикләне. Алдынғы хеҙмәткәрҙәргә РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Почет грамотаһы, Рәхмәт хатын тапшырҙы ул. Шулай уҡ табиптар, шәфҡәт туташтары, фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдирҙәре һ.б. район Хакимиәте, үҙәк дауахана хакимиәте Маҡтау грамоталарына лайыҡ булды.

Баш врачтың медицина өлкәһе буйынса урынбаҫары Валерий Шапочкин юбилейын билдәләгән хеҙмәттәштәрен бүләкләне. Ғүмер байрамдарын билдәләгән хеҙмәткәрҙәр: Ҡарағол, Яҙғыйорт ауылдары фельдшерҙары Гөлсибәр Ҡасимова, Сания Матвеева һәм Ишембай, Таймый ФАП-тары, Мөрсәлим табип амбулаторияһы, Малаяҙ поликлиникаһы шәфҡәт туташтары Сәскә Абдуллина, Альмира Ғибаҙуллина, Сәкинә Миһранова, Зөлфиә Бәширова, табип-невролог Илшат Уральский – улар барыһы ла районыбыҙҙың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә оҙаҡ йылдар эшләгән кешеләр.

Малаяҙ үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәренең профсоюз ойошмаһы рәйесе Роберт Һаҙыев әүҙем профсоюз ағзаларын билдәләне. Һөнәри байрамға арналған тантана район мәҙәниәт йорто артистарының концерты менән тамамланды. Аҡ халатлыларҙан ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре лә йырҙар башҡарҙы. Улар кешене дауалауҙа ғына түгел, йыр-моңға маһир булыуын да иҫбатланы.
Читайте нас: