Бөтә яңылыҡтар
11 Июнь 2019, 12:28

Үлтереүсегә хөкөм ҡарары ҡәтғиләштерелде

Башҡортостан Республикаһының Юғары Суды Салауат районында йәшәгән ҡатынға ирен үлтергән өсөн хөкөм ҡарарын ҡәтғиләштерҙе. Былтыр май айында 35 йәшлек ҡатын ире менән бәхәсләшкәндән һуң уның йөрәгенә бысаҡ ҡаҙай.

Һуңынан ул ирҙең үле кәүҙәһен өйҙәренән йыраҡ булмаған паркка һөйрәп алып барып, йәшерә. Ҡатын таныштарына, ирҙең юғалыуын, һәм уны кемдер үлтергәнен еткерә.

Хоҡуҡ һаҡлау органдары етди тикшереүҙәр уҙғарғандан һуң, ирҙе уның ҡатыны үлтергәне билдәле була. Ҡатын да үҙ ғәйебен таный. Салауат районы суды ҡатындың балалары барлығын иҫәпкә алып, кеше үлтереүсегә “йомшаҡ” ҡарар сығарҙы. Ҡатынды балаға 14 йәш тулғас 4,5 йылға иркенән мәхрүм итергә тейештәр ине. Әммә Башҡортостандың Юғары Суды енәйәтсегә хөкөм ҡарарын ҡәтғиләштереп, уны 6 йылға иркенән мәхрүм итергә кәрәк тигән ҡарар сығарҙы.

-------------------


Все произошло после очередного скандала в семье. Сельчанка подкараулила мужа у дома и вонзила нож в область сердца. Мужчина погиб на месте, а убийца хладнокровно перетащила тело в ближайший парк. Женщина старалась подстроить обстоятельства так, будто ее супруга убил кто-то другой.

По данным пресс-службы следственного комитета республики, стражи порядка обнаружили следы волочения у дома и другие улики. Сельчанке пришлось во всем сознаться. По статье об убийстве местный суд приговорил ее к 4,9 года лишения свободы с отсрочкой наказания до достижения детьми 14 лет. Однако прокуратура и представитель потерпевшего не согласились с приговором, посчитав его слишком мягким. Верховный суд Башкирии изменил решение, приговорив преступницу к шести годам лишения свободы в колонии общего режима.
Читайте нас: