Бөтә яңылыҡтар
5 Июнь 2019, 13:39

Ҡарауһыҙ ятһа, хужа табыла

Май аҙағында Йонос ауылының зыяратынан алты рулон сетканы алып киткәндәр.

Май аҙағында Йонос ауылының зыяратынан алты рулон сетканы алып киткәндәр.


Ҡәберлектәге әйбергә ҡағылырға кем баҙнат итһен? Юҡ шул, әруахтар рәнйешенән дә, Хоҙайҙан да ҡурҡып тормағандар, зыярат ҡоймаһына тигән материалды ташып алғандар. Исемдәрен яҙып ҡалдырмағандар.
Ошо хәл тураһында Әлкә ауыл биләмәһе башлығы Руслан Низамов эске эштәр бүлегенә хәбәр иткән. Ауыл имамы Тимерхан Хажиев һөйләүенсә, халыҡтан аҡса йыйып, һәр береһе 25 метр оҙонлоҡтағы 8 рулон сетка һатып алынған булған. Ауыл хакимиәте тимер торбалар, профилдәр, профнастил менән ярҙам иткән. Зыяратты кәртәләй башлағандар, ике рулон сетканы ҡуйып өлгөргәндәр былай. Материалдар оҙаҡ ҡына шунда ятҡан, быға тиклем уға тейеүсе булмаған.
Читайте нас: