Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 3 апрелдә көслө ел ауыл мәктәбе бинаһына ҙур ҡаза килтергәйне. Бәхеткә, кешеләр зыян күрмәне. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рифат Вәлиуллин етәкселегендәге Ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһы ваҡиға урынында булды. Баҡтиһәң, ун йыл элек эшләнгән ҡыйыҡ ныҡ булмаған икән. Уны Силәбе өлкәһенән подрядсы ойошма эшселәре башҡарған булған.