Бөтә яңылыҡтар
15 Май 2019, 13:37

10 проект хупланды

Быйыл республикала Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы сиктәрендә ауыл биләмәләре араһында 658 проект ҡаралды, шуларҙың 434-е еңеп сыҡты. Конкурста шулай уҡ Салауат районының ауыл биләмәләре лә ҡатнашып, үҙ тәҡдимдәрен индергән. Конкурс комиссияһы проекттар менән танышҡандан һуң, иң күп балл йыйыусы проекттарҙың исемлеген булдырҙы. Еңеүселәр араһында беҙҙең ауыл биләмәләре лә бар. #национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан;#ВладимирПутин

Быйыл республикала Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы сиктәрендә ауыл биләмәләре араһында 658 проект ҡаралды, шуларҙың 434-е еңеп сыҡты. Конкурста шулай уҡ Салауат районының ауыл биләмәләре лә ҡатнашып, үҙ тәҡдимдәрен индергән. Конкурс комиссияһы проекттар менән танышҡандан һуң, иң күп балл йыйыусы проекттарҙың исемлеген булдырҙы. Еңеүселәр араһында беҙҙең ауыл биләмәләре лә бар.

Шулай итеп, беҙҙең район буйынса иң юғары – 97 балды әлкәләр йыйған. Улар Йонос ауылы клубын төҙөкләндереү башланғысын күтәрҙе. Проекттың дөйөм хаҡы яҡынса 700 мең һумға төшәсәк. Республика ҡаҙнаһынан 420 мең һум бүленһә, ҡалғанын ауыл халҡы, бағыусылар йыясаҡ. 95 балл йыйған Торналы халҡы ауыл табип амбулаторияһы бинаһы ҡыйығын төҙөкләндерәсәк. 2 миллион 201 мең 610 һумлыҡ проекттың 1 миллионын хөкүмәт бирәсәк.

Мәсетле ауылы биләмәһе конкурста Ахун мәктәбен төҙөкләндереү проекты менән сығыш яһаны. Уларҙың проектының дөйөм хаҡы 841 мең 450 һум тәшкил итә. Шуның 586 мең 450 һумы республика ҡаҙнаһынан бүленә.

Конкурста шулай уҡ Янғантау,Таймый, Лағыр, Мөрсәлим, Арҡауыл, Миәшәгәр, Лаҡлы биләмәләре лә ҡатнашып, еңеп сыҡты.

Яҡын киләсәктә Урындағы башлан­ғыс­тарҙы яҡлау программаһы буйынса Илтәй, 2-се Иҙелбай ауылдары зыяраттарын, Арҡауыл балалар баҡсаһын, Ҡарағол ауылы клубын, Урмансы төп дөйөм белем биреү мәктәбен төҙөкләндереү, Йыланышта спорт май­ҙансығы, ә Шәрәктә Бөйөк Ватан һуғышы ҡорбандары иҫтәлегенә һәйкәл төҙөү күҙаллана. Үкенескә күрә, Малаяҙ, Нәсибаш ауыл биләмәләре конкурстан үтә алманы.
Читайте нас: