Үкенескә күрә, йылдан-йыл ветерандарыбыҙҙың сафы һирәгәйә. Шул иҫәптән тыл ветерандары ла күп ҡалманы. Малаяҙ ауылында йәшәүсе Рауза Йомағужина – районыбыҙҙың иң оло һәм хөрмәтле кешеһе, тыл ветераны. 13 майҙа ул 100 йәшлек олпат юбилейын билдәләй.
Рауза Харис ҡыҙы – күп һынауҙарҙы үҙ иңендә күтәргән көслө быуын вәкиле. Мәсетле ауылында тыуып үҫеп, мәктәпте тамамлай. Хеҙмәт юлы бик иртә башлана. Ул ауыл клубында эшләй. Тап ошо мәлдә буласаҡ тормош иптәшен Хәким Ҡунаҡхужа улын осрата. Әммә, яңы ғына донъя ҡорған йәштәр ғаилә бәхетен татып та өлгөрмәй, һуғыш башлана. Ғаилә башлығы ауылда булған башҡа ир-ат менән һуғышҡа китә. Рауза Харис ҡыҙы аслыҡ-яланғаслыҡҡа, ауыр хеҙмәткә, һуғыш йылдары ауырлыҡтарына баш эймәй. Ул төрлө эштәрҙә эшләп, Еңеү көнөн яҡынайтыу өсөн үҙ өлөшөн индерә. Үкенескә күрә, тәүге балалары Алис тиф менән ауырып, ни бары дүрт йәшендә генә яҡты донъя менән хушлаша. Һуғыштан еңеү менән ҡайтҡан Хәким Ҡунаҡхужа улы хәләл ефетен үҙе менән алып китеп, әрмеләге хеҙмәтен дауам итә. Улар бер ни тиклем Белоруссияла йәшәп, 1953 йылдарҙа тыуған төйәгенә ҡайта. Сит ерҙә йәшәгән мәлдә, ике ҡыҙҙары Әнисә һәм Рита донъяға килһә, тыуған яҡтарында кескәйҙәре Рима тыуа.
Һуғыштан һуң Йомағужиндарҙың ғүмерҙәре хаҡлы ялға сыҡҡансы намыҫлы хеҙмәттә үтә. Рауза Харис ҡыҙы райондың орлоҡ инспекцияһында, һуңынан ветеринар станцияһында эшләй. Хәким Ҡунаҡхужа улы финанс идаралығында үҙ эшен яратып башҡара. Өлгөлө ғаилә өс балаларын да аяҡҡа баҫтыра, уларға лайыҡлы тәрбиә бирә. Уларҙың өс ҡыҙҙары ла, аталарының эшен дауам итеп, бөгөн бухгалтер булып эшләп йөрөйҙәр. Һуғыш ветераны Хәким Ҡунаҡхужа улы күптән гүр эйәһе инде.
Ниндәй генә ауырлыҡтар аша үтергә тура килмәһен, йөҙ йәшлек Рауза Харис ҡыҙы бөгөн дә күңел көрлөгөн, зиһен теүәллеген юғалтмаған. Ул әле лә китаптар уҡый, район яңылыҡтары менән ҡыҙыҡһынып, “Йүрүҙән” гәзитен алдыра. Иң мөһиме, 7 ейәненә, 5 бүләсәһенә һәм 7 бүләһенә бөгөн дә терәк булып, уларҙың шатлығына ҡыуанып йәшәй. Бер быуат ваҡиғаларына шаһит булған юбилярҙы ауылдаштары өлкән булғаны өсөн генә түгел, кешелекле, кеселекле булғаны өсөн дә хөрмәт итә. Башҡортостан Республикаһы менән бер йәштә булған хөрмәтле ағинәйгә яңыраҡ тантаналы рәүештә юбилей миҙалы ла тапшырылды.
Рауза Харис ҡыҙының иҫ киткес көслө рухлы булыуына һоҡланыуыбыҙҙы белдереп, уға ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ.