Бөтә яңылыҡтар
2 Май 2019, 18:23

“Йәшел Башҡортостан”

Районда “Йәшел Башҡортостан” тип аталған ағас ултыртыу акцияһы үтте.Сарала район хаки­миәте башлығы Марс Кашапов, район Советы рәйесе Ринат Әбдрә­шитов, республика етәксеһе вәкиле – БР Дәүләт экспертизаһы идаралығы начальнигы Иван Штында, район ойошмалары, предприятиелары кол­лек­тивтары, ауыл биләмә­ләре вәкилдәре ҡат­нашты.



Малаяҙ ауылы осона, Кропачево – Мәсәғүт юлы ситенә шул көндө 80 төп эре ҡарағай ағасы ултыртылды. Бында, “Янғантау” шифаханаһының махсус техникаһын йәлеп итеп, дөйөм 285 ҡарағай ултыртыу күҙаллана.

Шул уҡ көндө Яҙғыйорт ауылы эргәһендә, Малаяҙ участка урмансылығы биләмәһенә, шыршы үҫентеләре ултыртылды. Ундағы 5 гектар ергә бөтәһе яҡынса 20 мең үҫенте ултыртыуҙа Лағыр ауыл биләмәһе вәкилдәре менән бергә район учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, урман хужалығы эшселәре – 200-гә яҡын кеше ҡатнашты. Урында туҡланыу ойошторолдо. Район мәҙәниәт йорто музыка уйнатты. Ағас ултыртыу эшенә хакимиәт башлығы урынбаҫары Айгиз Әхмәтйәнов, Салауат урман хужалығы директоры Рәфит Бәҙретдинов һәм Лағыр ауыл биләмәһе башлығы Зәбир Ситдиҡов етәкселек итте.

Ағас ултыртыу акцияһы райондың һәр бер ауылында тиерлек үтте. Шулай итеп, уҙған шәмбе, 27 апрелдә, “Ағас ултырт – ғүмер бүләк ит!” девизы аҫтында ошо экологик сараға рәсми старт бирелде. Ул көндө ауылдарҙа тирә-яҡты йыйыштырыу буйынса ла шәмбе өмәләре үтте. Йәшелләндереү акцияһы 20 майға тиклем дауам итәсәк.


Бынан тыш, Мәсетле ауыл биләмәһендә Көҫәпәйгә тиклем юл буйына 150 шыршы һәм ҡарағай үҫентеһе ултыртылды.

Лаҡлы ауыл советы мәҙәниәт йорто биләмәһен йәшелләндерҙе – 250 ҡарағай үҫентеһе ултырттылар. Мөрсәлимдәр 200 төп күк шыршы ултыртты. Малаяҙ ауылында эре 40 төп шыршы ағасынан Дуҫлыҡ скверына нигеҙ һалынды. Арҡауылда 30-ға яҡын ҡарағайҙан Газсылар аллеяһы барлыҡҡа килде. Татар Малаяҙында обелиск эргәһенә – 30, мәктәп биләмәһенә тағы шунса төп ағас үҫентеһе ултыртылды.

Район Хакимиәте мәғлүмәттәренә ярашлы, акция барышында бөтәһе район биләмәһендә 20 меңдән ашыу ағас ултыртылды. Унда яҡынса 750 кеше ҡатнашты.


Читайте нас: