Бөтә яңылыҡтар
26 Апрель 2019, 16:49

«Ағас ултырт – ғүмер бүләк ит!»

Иртәгә йәнә дөйөм өмәгә сығабыҙ. 27 апрелдә бөтә республика буйынса «Ағас ултырт – ғүмер бүләк ит!» девизы аҫтында ҙур экологик сара – ағас ултыртыу үтәсәк. Район хакимиәте мәғлүмәтенә ярашлы, Малаяҙ ауылында Парк урамында аллеяға нигеҙ һалынасаҡ һәм Ғәбиҙулла Зарипов урамында ағастар ултыртыласаҡ. Бында 200-ҙән ашыу үҫенте ултыртыу ҡаралған. Шулай уҡ Малаяҙ ауылына ингән юл буйына ла 250 үҫенте ултыртыу күҙаллана. Бынан тыш, Яҙғыйорт ауылы эргәһендә, Малаяҙ участка урмансылығы биләмәһенә, 300 үҫенте ултыртыу өсөн урын бүленгән. Акцияла һәр кем ҡатнаша ала. Ултыртыу материалдары етерлек күләмдә.

Иртәгә йәнә дөйөм өмәгә сығабыҙ


27 апрелдә бөтә республика буйынса «Ағас ултырт – ғүмер бүләк ит!» девизы аҫтында ҙур экологик сара – ағас ултыртыу үтәсәк. Район хакимиәте мәғлүмәтенә ярашлы, Малаяҙ ауылында Парк урамында аллеяға нигеҙ һалынасаҡ һәм Ғәбиҙулла Зарипов урамында ағастар ултыртыласаҡ. Бында 200-ҙән ашыу үҫенте ултыртыу ҡаралған. Шулай уҡ Малаяҙ ауылына ингән юл буйына ла 250 үҫенте ултыртыу күҙаллана.


Бынан тыш, Яҙғыйорт ауылы эргәһендә, Малаяҙ участка урмансылығы биләмәһенә, 300 үҫенте ултыртыу өсөн урын бүленгән.


Акцияла һәр кем ҡатнаша ала. Ултыртыу материалдары етерлек күләмдә.
Читайте нас: