Бөтә яңылыҡтар
23 Апрель 2019, 14:16

Район үҫеше һеҙҙең хеҙмәткә бәйле

Урындағы үҙидаралыҡ көнө район мәҙәниәт йортонда үтте. Тантанаға муниципаль һәм дәүләт хеҙмәткәрҙәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары, урындағы депутаттар, муни­ципаль хеҙмәт ветерандары саҡырылғайны.

Был һөнәри байрам, РФ Президентының 2012 йылдағы Указына ярашлы, йыл һайын уҙғарылып килә. Урындағы үҙидаралыҡ көнө район мәҙәниәт йортонда үтте. Тантанаға муниципаль һәм дәүләт хеҙмәткәрҙәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары, урындағы депутаттар, муни­ципаль хеҙмәт ветерандары саҡырылғайны.

– Күп рухи һәм ҙур әхлаҡи көс талап иткән көндәлек эшегеҙ, халыҡҡа намыҫлы хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм, – тине район хакимиәте башлығы Марс Кашапов ҡотлау телмәрендә. – Ауыл халҡы власть менән тәү сиратта һеҙҙең аша аралаша. Әгәр кешеләр район һәм ауыл хакимиәттәрендә ысын һөнәр эйәләре, яуаплы һәм намыҫлы хеҙмәткәрҙәр эшләүен күрә икән, улар беҙгә ышанып ҡына ҡалмай, ярҙам да итәсәк. Һеҙҙең тырыш хеҙмәтегеҙҙән район үҫеше, тормош сифаты яҡшырыуы тора. Районда йәшәүселәр урындағы үҙидара органдарының эшен юлдарҙың торошо, урамдарҙың төҙөклөгө, ихаталарҙың таҙалығы, йорттары йылылыҡ һәм һыу менән тәьмин ителеүенә, урындағы мәктәптәр, дауаханалар нисек эшләүенә, ял һәм мәҙәниәт, спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар тыуҙырылыуына ҡарап баһалай.

Марс Фәррәх улы һүҙҙәренсә, халыҡтың ябай ғына мәсьәләләренең хәл ителеүе лә урындағы властың һөҙөмтәле эшләүенә бәйле. Был иһә кадрҙарға юғары талаптар ҡуя. Район Хакимиәтендә һәм ауыл биләмәләрендә муниципаль хеҙмәт вазифаһында 97 кеше эшләй. Шуларҙың 16-һы – ауыл биләмәһе башлыҡтары, улар бер үк ваҡытта ауыл советы рәйесен дә башҡара.
Хакимиәт башлығы Марс Кашапов тантана мәлендә “Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуына – 100 йыл” юбилей миҙалдарын тапшырҙы. Был иҫтәлекле бүләккә тағы 10 райондашыбыҙ лайыҡ булды. Район Хакимиәтенең Почет грамоталары менән Салауат ауыл хакимиәте водителе Николай Цепилов, Ҡарағол ауылы клубы мөдире Фәрзәнә Сәғитова, Ишембай ауыл советы хеҙмәт ветераны Фларид Дәүләтшин, Торналы ауыл хакимиәте эштәр идарасыһы Альбина Иштимерова, Мәсетле ауыл биләмәһенән Фәнил Ғәйнетдинов, Лағырҙан Илзира Сафина, Лаҡлы ауыл советының Урмансы ауылы депутаты Сафуан Сәйетғәлин, Миәшәгәр ауыл хакимиәте эштәр идарасыһы Резеда Ғарифуллина, Малаяҙ ауыл биләмәһе йәштәр сәйәсәте эше белгесе Рита Мөхәмәтйәнова бүләкләнде.
Район Советы рәйесе Ринат Әбдрәшитов та барлыҡ депутаттар корпусы исеменән урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәрен байрамдары менән тәбрикләне. Хеҙмәт ветераны Раил Ғәлимулла улы Бәйтуллинға ул БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесенең Рәхмәт хатын бирҙе. Бер төркөм бүләкләнеүселәр “БР муниципаль берәмектәре советы” Ассоциацияһы һәм район Советы Почет грамоталарын алды. Салауат район Советы Почет грамоталары Лағыр ауыл советы депутаты Илшат Садиҡов, Ишембай һәм Тирмән ауыл хакимиәттәре эштәр идарасылары Фәнзүрә Ханнанова, Гөлсинә Әлибаева, райондың финанс идаралығы начальнигы урынбаҫары Венера Кирханова һәм Мөрсәлим ауыл хакимиәте хеҙмәт ветераны Флүзә Ниғмәтйәноваға тапшырылды.
Байрам ошо һөнәр эйәләренең, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең һәм балаларҙың матур концерты менән тамамланды.


Ҡотлайбыҙ!
“Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуына – 100 йыл” юбилей миҙалдары менән бүләкләнделәр: Ғәзимова Фәнүзә Хаматнур ҡыҙы (Татар Малаяҙы), Ғималов Ғабит Ризай улы (Мәсетле), Ибраһимов Баязит Ғабиҙулла улы (Мөрсәлим), Иштимеров Зөфәр Фазыл улы (Торналы), Иштуғанов Данил Мырҙаян улы (Малаяҙ), Москвичев Александр Афанасьевич (Мөрсәлим), Ситдиҡов Ринат Даян улы (Лағыр), Томилина Татьяна Викторовна (Малаяҙ), Хәсәнова Ҡәнифә Ғарифйән ҡыҙы (Миәшәгәр), Шәйхуллин Илмир Наздах улы (Малаяҙ).
“Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәре советы” Ассоциацияһы Почет грамотаһы менән Лағыр ауыл биләмәһе башлығы Ситдиҡов Зәбир Рәүеф улы, Салауат район Советының ойоштороу бүлеге начальнигы Ғәзизова Екатерина Михайловна, Лаҡлы ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр идарасыһы Сәйфуллина Ира Исрафил ҡыҙы, Мөрсәлим ауыл советы депутаты Ҡасимов Рәзил Асрал улы бүләкләнде.

Читайте нас: