Бөтә яңылыҡтар
16 Апрель 2019, 00:42

Бишенсе Ҡоролтайҙы ҡаршылап

Бөгөн район башҡорттары ҡоролтайының отчет-һайлау конференцияһы үтте. Бишенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайланды. Улар кемдәр? Тулыраҡ сайтта:

Бөгөн район башҡорттары ҡоролтайының отчет-һайлау конференцияһы үтте. Бишенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайланды.
Йыйын башҡорт халҡының ҡурайҙа башҡарылған "Урал" гимны менән башланды. Ҡоролтай конференцияһында ҡатнашыусыларҙы район башлығы Марс Кашапов сәләмләне. Сараға Өфөнән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты аппараты етәксеһе урынбаҫары Азамат Сирбаев, яҡташыбыҙ, башҡарма комитет ағзаһы Марат Ғилманов килгәйне. Дүрт сәғәт буйына барған ултырышта рәсми сығыштар булды, ҡыйыу фекер-тәҡдимдәр яңғыраны. Конференция һуңында резолюция ҡабул ителде.
Асыҡ тауыш биреү һөҙөмтәһендә Быйыл йәй Өфөлә үтәсәк Бишенсе Ҡоролтайға беҙҙең райондан делегаттар итеп Көнһылыу Ғәлиева - район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, Сафуан Сәйетғәлин - Урмансы ауылы клубы мөдире, Зилә Садиҡова - Салауат Юлаев музейы директоры һәм йәштәрҙән Ранис Хәкимов - Лағыр урта мәктәбе уҡытыусыһы һайланды.
(Район ҡоролтайы конференцияһы тураһында тулыраҡ "Йүрүҙән" гәзитенең киләһе һандарында уҡығыҙ).
Читайте нас: