Бөтә яңылыҡтар
6 Апрель 2019, 13:55

Берҙәм көс менән…

Бөгөн дөйөм республика шәмбе өмәһендә халыҡ дәррәү ҡатнашты.Иртәнән хеҙмәт коллективтары район мәҙәниәт йорто ҡаршыһындағы майҙанға йыйылды. Коммуналь хужалыҡ, элемтә үҙәге, ветстанция хеҙмәткәрҙәре, электриктар һ. б. махсус хеҙмәт коллективтары берҙәм эш формаһында сыҡҡайны. Хакимиәт башлығы Марс Кашапов яҙғы экологик өмәгә старт бирҙе. Тулыраҡ сайтҡа инеп уҡығыҙ.

Иртәнән хеҙмәт коллективтары район мәҙәниәт йорто ҡаршыһындағы майҙанға йыйылды. Коммуналь хужалыҡ, элемтә үҙәге, ветстанция хеҙмәткәрҙәре, электриктар һ. б. махсус хеҙмәт коллективтары берҙәм эш формаһында сыҡҡайны. Хакимиәт башлығы Марс Кашапов яҙғы экологик өмәгә старт бирҙе.
Салауат ауыл хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Лариса Азмағолова һәр коллективҡа беркетелгән биләмәне иғлан иткәс, барыһы ла эшкә тотондо. Һепертке, тырма-көрәк менән ҡоралланып, Малаяҙҙың үҙәк урамдарын, ойошма-учреждениелар тирәһен ҡыш буйына йыйылған сүп-сарҙан таҙарттылар, йыйыштырып, тәртипкә килтерҙеләр. Тоҡтарға һалынған сүпте төбәк операторының махсус машинаһы тейәп алып китеп торҙо. Өмәселәрҙе дәртләндереп, үҙәк майҙанда музыка уйнаны. Дөйөм һәм берҙәм көс менән район үҙәгебеҙ таҙарып, матурайып ҡалды.
Шәмбе өмәләре башлана ғына. Ул һәр аҙна һайын үтәсәк. Ә киләһе дөйөм республика экологик өмәһе 27 апрелдә буласаҡ. Район Хакимиәте ҡарарына ярашлы, ул 11 майға тиклем дауам итәсәк. Тирә-яғыбыҙҙы таҙа, төҙөк тотайыҡ! Үҙебеҙ йыйыштырғанды ҡабат бысратмайыҡ, сүпләмәйек! Кеше хеҙмәтен ихтирам итәйек!

Һүрәттә: беҙҙҙең мәғлүмәт үҙәге (район гәзиттәре редакцияһы) коллективы ла өмәлә әүҙем ҡатнашты.

Читайте нас: