Бөтә яңылыҡтар
5 Апрель 2019, 18:50

Сифатлы орлоҡ – мул уңыш нигеҙе

Элек һәр районда орлоҡсолоҡ инспекцияһы бар ине. Бөгөн улар юҡҡа сыҡты. Россельхознадзор контролләүсе орган булараҡ, 294-се Федераль законға ярашлы, орлоҡтарҙы өс йылға бер генә тикшереү хоҡуғына эйә. Шуға күрә бар ауыл хужалығы етештереүселәре лә тикшерелмәй.

Элек һәр районда орлоҡсолоҡ инспекцияһы бар ине. Бөгөн улар юҡҡа сыҡты. Россельхознадзор контролләүсе орган булараҡ, 294-се Федераль законға ярашлы, орлоҡтарҙы өс йылға бер генә тикшереү хоҡуғына эйә. Шуға күрә бар ауыл хужалығы етештереүселәре лә тикшерелмәй. Шул уҡ ваҡытта “Россельхознадзорҙың Башҡортостан референт үҙәге” менән “Россельхозцентр” Федераль дәүләт бюджет учреждениелары хужалыҡтарҙың орлоҡтарын тикше­рергә ҡуша алмай, сөнки дәүләт хеҙмәттәрен күрһәтеү сиктәрендә, сәсеү өсөн сортлы орлоҡ сифатын ғариза буйынса ғына тикшерәләр. Күп хужалыҡтар, орлоҡтарын тикшертмәй сәсеп, уңыштарын юғалта.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Россельхознадзор идаралығы йыл һайын контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеге барышында асыҡланған етешһеҙлектәргә мониторинг үткәрә. Төп етешһеҙлек булып орлоҡтарҙың сифат тураһында документтарһыҙ файҙаланыуы һәм һаҡланыуы иҫәпләнә. Күп крәҫтиән-фермер хужалыҡтары орлоҡтарҙы тикшереү кәрәклеге хаҡында белмәйҙер ҙә. Орлоҡтоң сифат, шытым күрһәткестәрен белһәң, сәсеү нормаһын көйләп, мул уңыш көтөргә була.

Орлоҡ етмәү сәбәпле, башҡа төбәктәрҙән дә индерелеүе мөмкин. Россельхознадзор идаралығы нимәгә иғтибар итергә ҡуша һуң? Тәү сиратта орлоҡтоң сортын раҫлаусы документы (сертификаты) булырға тейеш. Орлоҡтарҙы һатҡанда сорт дәүләт реестрына индерелгән, апробация үткән акты, тикшереү үтеү протоколы булырға тейеш.

Эксперттар әйтеүенсә, Рәсәй баҙары сифатһыҙ орлоҡ менән тулған. Законһыҙ әйләнештә сығышы менән билдәһеҙ, кондицияланмаған, түбән шытымлы орлоҡтар йөрөй. Илебеҙ орлоҡсолоғо юғары хәүефле зонаға инә. Бынан тыш, Рәсәй рәсми рәүештә Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ингәс, сит илдән ингән арзан ауыл хужалығы культуралары киләсәктә илебеҙҙең орлоҡ материалдарын ҡыҫырыҡлап сығарыуы мөмкин. Ошо хәүефте кәметер өсөн был өлкәлә конкурентлыҡты һаҡлауҙа дәүләттең һөҙөмтәле алымдары кәрәк. Килеп тыуған шарттар маҡсатлы төбәк селекция- орлоҡсолоҡ сәйәсәтен талап итә.

Эмиль Биктимеров,

Россельхознадзорҙың дәүләт

инспекторы.
Читайте нас: