Бөтә яңылыҡтар
5 Апрель 2019, 12:14

“Һорауҙар күп, бергә хәл итергә тырышырбыҙ”

Район хакимиәте башлығы Марс Кашапов Юлай, Йонос ауылы халҡы менән осрашты

Йыйылышҡа килгән халыҡтың район башлығы менән уртаҡлашыр тәҡдим­дәре лә, һорауҙары ла, әйтер һүҙҙәре лә күп ине. Ике ауылда ла бик күп проблемалар күтәрелде, уларҙы бөтөрөү юлдары ҡаралды, ҡайһылары киләсәктә хәл ителер өсөн айырым контролгә алынды. Марс Фәррәх улы үҙенең сығышында районда инвестиция, социаль инфраструктуралар, төҙөлөш үҫеше тураһында һөйләне, бәләкәй бизнес өсөн эшләгән төрлө программалар менән таныштырҙы.
Юлай ауылы халҡы район башлығына ағас бүлеү, газ балондарын заправкалау, сүп-сар реформаһына ҡағылышлы һорауҙар бирҙе. Марс Кашапов урындағы ФАП-тың торошон да ҡарап сыҡты. Медпунктҡа ремонт кәрәк булғанын билдәләп, ярҙам итәсәген белдерҙе.
Йоносҡа килгәндә иһә, осрашыу барышында ауылда легаль булмаған спирт һатыу, балалар баҡсаһын газ менән тәьмин итеү, клубты ремонтлау кеүек проблемаларға туҡталды. "Бөтә мәсьәләләрҙе лә бер юлы хәл итеү мөмкин түгел, әлбиттә, әммә уларҙы үҙ сиратында эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырырға тырышырбыҙ", – тине район башлығы.
Шулай уҡ ауылда магазин булмағанлыҡҡа зарланған йоностарға Марс Фәррәх улы эшҡыуарҙарҙы, стартап алып, сауҙа нөктәһе асырға саҡырҙы. Ул ауыл халҡынан өйҙәренә янғынды иҫкәртеүсе ҡоролмалар ҡуйыуҙы һораны, улар ауыл биләмәһе хакимиәтендә бар.
Халыҡ алдында полицияның участка уполномоченныйы Альберт Йомағужин да сығыш яһап, биләмәләге криминоген хәл-торошҡа байҡау яһаны.
Читайте нас: