Бөтә яңылыҡтар
2 Апрель 2019, 16:53

Беренсе “Инвестсәғәт”

Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр һәм үҙ эшен асырға теләүселәр һорауҙары, тәҡдимдәре менән туранан-тура район хакимиәте башлығына мөрәжәғәт итә ала.

Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр һәм үҙ эшен асырға теләүселәр һорауҙары, тәҡдимдәре менән туранан-тура район хакимиәте башлығына мөрәжәғәт итә ала. Бынан ары һәр кесаҙна 11. 00 сәғәттә район Хакимиәтендә уҙғарылған “Инвестиция сәғәте” тип аталған бизнес вәкилдәре менән осрашыу инвесторҙар менән хеҙмәттәшлекте тәртипкә һалыуға булышлыҡ итәсәк.

– Хакимиәт башлыҡ­тары менән эшҡыуарҙар араһындағы тура бәйлә­неште тәьмин иткән аныҡ регламент булыуы мөһим. Бурыс бик ябай – район һәм ҡалала йәшәүселәр үҙ эшен асырға теләй икән, килә һәм бөтә һорауҙарына аныҡ яуапты хакимиәт башлығынан ала. Был “берҙәм тәҙрә” принцибы. Шул рәүешле беҙ ике мәсьәләне хәл итәбеҙ. Беренсенән, һеҙҙе – эшҡыуарҙарға, эшҡыуарҙарҙы һеҙгә яҡынайтабыҙ. Икенсенән, бизнес өсөн шарттар тыуҙырабыҙ, – тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәләренең береһендә.

Район Хакимиәтендә уҙғарылған тәүге «Инвестиция сәғәте»ндә һүҙ инвестиция майҙандары тураһында барҙы. Район хакимиәте башлығы Марс Кашапов һәр ауыл биләмәһендә бизнесҡа яраҡлы ерҙәр һәм буш торған биналарҙы асыҡлап, уларҙы эшҡыуарҙарға ҡулланыуға биреү өсөн әҙерләргә ҡушты.

Милек менән идара итеү комитетының баш белгесе Марат Сарваев сығышында районда юл буйы комплекстарын булдырыуға туҡталып китте. Киләсәктә Әлкә, Миәшәгәр зонаһында юл буйы сервистары барлыҡҡа килеүе ихтимал. Марс Фәррәх улы район үҙәгендә лә ҡунаҡхана булдырыу кәрәклеген билдәләп үтте.

Осрашыуға килгән эшҡыуарҙар район хакимиәте башлығына һәм белгестәргә һорау биреп, инвестиция майҙанына ҡағылышлы фекерҙәрен белдерҙе.

Район халҡының тормош сифаты иҡтисадтың үҫешенә генә түгел, ә бизнес вәкилдәренең социаль сәйәсәтте ғәмәлгә ашырыу менән ҡыҙыҡһыныуына, дәүләт кимәлендәге төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеүгә лә бәйле. Ә был бизнес һәм власть вәкилдәре бергә кәңәшләшеп эшләгәндә генә мөмкин.
Читайте нас: