Бөтә яңылыҡтар
1 Апрель 2019, 18:40

Сатира һәм юмор оҫтаһы – Илбарис СӘЛИМХАН

Бөгөн – Көлкө көнө. Хөрмәтле дуҫтар, беҙ һеҙҙе яңы авторыбыҙ, сатира һәм юмор оҫтаһы Илбарис СӘЛИМХАН менән таныштырабыҙ. Ул Мәскәүҙән килеп, хәҙер Тирмән ауылында йәшәп ята. Тулыраҡ сайтта уҡығыҙ.


Тирмән ауылында йәшәүсе Илбарис Сәлимханов “Йүрүҙән” гәзитенә күптән түгел генә яҙыша. Уның юмористик хикәйәләре гәзит уҡыусыларҙың күңелен яулап өлгөрҙө.

Илбарис Флүр улы үҙе Дүртөйлө районының Мәскәү ауылынан. БДУ-ның филология факультетында уҡыған, тамамланмаған юғары белемле. Тирмән ауылында Айгөл Әнүәр ҡыҙына өйләнеп, дүртенсе йыл беҙҙең районда йәшәй.

– Матбуғат баҫмалары менән бәләкәйҙән дуҫмын. “Йәншишмә”, “Йәшлек”, “Өмет” гәзиттәренә даими яҙышып торҙом, – ти Илбарис Сәлимханов. – Күберәген сатира һәм юмор жанрына өҫтөнлөк бирәм. Салауат районына килгәс, үҙемдең мәҡәләләрем менән “Йүрүҙән”дә лә уртаҡлашырға булдым.

Илбарис СӘЛИМХАНдың (был авторҙың ижади псевдонимы) беҙҙең гәзиттә “Лотерея билеты”, “Профсоюз кәңәшмәһе” тигән юморесколары һәм башҡа хикәйәләре сыҡты.

Авторҙың юмористик хикәйәләре менән ошо һылтанмаларға баҫып танышырға мөмкин:

Читайте нас: