Бөтә яңылыҡтар
26 Март 2019, 13:56

Эшҡыуарҙар хоҡуғын яҡлау – уның бурысы

Ошо көндәрҙә районда билдәле эшҡыуар Исрафил Бәрүәз улы Хәйров үҙенең алтын юбилейын билдәләй.

Ошо көндәрҙә районда билдәле эшҡыуар Исрафил Бәрүәз улы Хәйров үҙенең алтын юбилейын билдәләй. Ул 1969 йылда Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны Бәрүәз Талип улы менән Зөбәйҙә Фазыл ҡыҙы Хәйровтарҙың ишле ғаиләһендә тыуған.

Ғаиләлә иң кесеһе булғанлыҡтан, туғандарының һөйөүенә төрөнөп үҫә. 1986 йылда мәктәпте уңышлы тамамлап, Златоуст сауҙа техникумына уҡырға инә. Бәләкәйҙән шахмат уйыны менән мауыға. Бер йыл уҡығас, әрме хеҙмәтенә алына. Камчаткала диңгеҙсе булып, сик буйы һыуҙарын өс йыл һаҡлай. Унан ҡайтҡас, уҡыуын тамамлай. Үҙенең класташы, һылыу Маринаға өйләнә. Салауат РайПО-һында товаровед булып хеҙмәт юлын башлай. Һуңынан һалым инспекцияһына күсә, унда инспектор, бүлек начальнигы булып эшләй. Бында ул юғары уңыштарға өлгәшә. Федераль һалым хеҙмәтенән алған Рәхмәт хаттары быға асыҡ дәлил.

Һуңғараҡ Башҡорт дәүләт аграр университетының иҡтисад факультетын тамамлай. Кеше менән яҡшы мөғәмәлә итә, йәштәргә ярҙам итергә әҙер булыуы әлбиттә, һоҡландыра. Һалым инспекцияһы ябылғас, үҙ эшен асырға йөрьәт итә. Уның эшмәкәрлеге әле яңы эшен башлаған эшҡыуарҙарға ярҙам, бизнес менән дөрөҫ идара итеүгә ҡоролған. 2017 йылда Исрафил Бәрүәз улы республика бизнес-омбудсмены ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә. Йәмәғәт ярҙамсыһы район эшҡыуарҙарының законлы хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлай, ул бизнес һәм власть вәкилдәре араһында аралашсы ролен дә үтәй.

Исрафил Бәрүәз улы бына тигән ғаилә башлығы, атай, олатай ҙа. Төрлө саралар үткәреүҙә бағыусылыҡ ярҙамын күрһәтә. Матур, иркен йорт һалып сыҡҡан. Яҙ етеү менән баҡсаһы төрлө гөл-сәскәләргә күмелә. Нығышмал, маҡсатлы, эшһөйәр булыуына хайран ҡалырлыҡ. Бөтә башланғыстарҙа уға иң тәүҙә тормош иптәше Марина Петровна ярҙамға килә. 30 йылдан ашыу балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләүсе ҡатыны менән Кристина һәм Денис исемле балалар үҫтерҙеләр. Бөгөн ейәндәре Андрей беренсе класта уҡый, олатаһы менән шахмат уйнарға әүәҫ.

Уның кешелек сифаттары – ғәҙеллеге, эшһөйәрлеге, кешегә ярҙам ҡулы һуҙырға һәр саҡ әҙер тороуы – эшҡыуарҙар, төбәк һәм урындағы үҙидара органдары араһында абруй яулауға ярҙам итте.

Апаһы Әминә Ғәниева.
Читайте нас: