Бөтә яңылыҡтар
22 Март 2019, 13:05

Флюорографияны ваҡытында үтеү – сирҙе иҫкәртә

1993 йылда Бөтә Донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы туберкулез ауырыуын милли фажиғә, ә 24 мартты туберкулезға ҡаршы көрәш көнө тип иғлан итте. Туберкулез сирлеләр күберәк ҡалаларҙа күҙәтелә. Бында үҙ-ара бәйләнеш көслөрәк. Инфекция менән зарар­ланыусыларҙың күп өлөшө – ирҙәр, сөнки улар тәмәке тарта, араҡы эсә.

1993 йылда Бөтә Донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы туберкулез ауырыуын милли фажиғә, ә 24 мартты туберкулезға ҡаршы көрәш көнө тип иғлан итте. Туберкулез сирлеләр күберәк ҡалаларҙа күҙәтелә. Бында үҙ-ара бәйләнеш көслөрәк. Инфекция менән зарар­ланыусыларҙың күп өлөшө – ирҙәр, сөнки улар тәмәке тарта, араҡы эсә.

Үкенескә ҡаршы, һуңғы йылдарҙа туберкулездың дауалауға бирешмәй торған төрҙәре барлыҡҡа килде. Быны асыҡлау өсөн лаборатория бар. Яңы технология организмда туберкулез таяҡсалары бармы, юҡмы икәнлеген 3 көн эсендә асыҡларға мөмкинлек бирә.

Туберкулез боронғо сир булһа ла, ул һаман яңынан-яңы ҡорбандарын эҙләй. Йыл һайын туғыҙ миллион самаһы яңы ауырыу теркәлә, шуларҙың өс миллионы вафат була. Ауырыусылар араһында ир-егеттәр ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда өс тапҡырға күберәк.

Әллә күпме кешенең ғүмерен өҙгән был йоғошло ауырыуҙы туберкулез таяҡсаһы тыуҙыра. Йыш ҡына тын юлдарын, үпкәне зарарлай. Шулай уҡ тирегә, лимфа төйөндәренә, һөйәктәргә, бөйөргә, күҙҙәргә, ҡорһаҡ ҡыуышлығына, үҙәк нервы системаһына һәм башҡа ағзаларға зыян килтереүе ихтимал.

Сирҙән, әгәр дауаланһаң, һауығырға мөмкин. Асыҡ формаһы менән яфаланған бер сирле йылына уртаса 10-15 кешене зарарлай. Кох таяҡсаһы организмға тын юлдары аша (һөйләшкәндә, сөскөргәндә, йүткергәндә) эләгә. Туберкулез таяҡсалары асыҡ һауала үрсемәһә лә, зарарлау көсөн оҙаҡ юғалтмай. Ультрафиолет нурҙары, эҫе һыуҙа ҡайнатыу, 5 процент хлорамин бер нисә минут эсендә туберкулез таяҡсаларын юҡ итә. Бысраҡ, йыуылмаған, елләтелмәгән бүлмәләрҙә улар йылдар буйы һаҡланырға мөмкин. Микобактериялар ауырыу малдан да күсә, ҡайнатылмаған һөт ризыҡтары ла хәүефле.

Яман ауырыуға ҡаршы профилактик саралар сабый донъяға килгәс тә башлана. Балаға 3-4 көнлөк сағында уҡ БЦЖ вакцинаһы эшләнә. Ул 7 һәм 14 йәштә тағы ҡабатлана. Туберкулез таяҡсалары менән зарарланғанмы-юҡмы икәнлеген белер өсөн Манту пробаһы алына. Был сара бер йәштән 18 йәшкә тиклем йыл һайын бер үк ваҡытта үткәрелә. Ваҡытында эшләнгән прививка баланы туберкулездың иң ауыр төрҙәренең береһе – туберкулез менингитынан һаҡлай, химиопрофилактик саралар сирҙең үҫеүен, таралыуын тотҡарлай. 15 йәштән өлкәнерәктәр йыл һайын флюорографик тикшереү үтергә тейеш. Сифатлы туҡланыу, йоҡлау, алкоголь, тәмәкенән баш тартыу, спорт менән шөғөлләнеү күп төрлө ауырыуҙарҙан һаҡлай.

Фәрит Бикмөхәмәтов,

Малаяҙ үҙәк район дауаханаһының табип-фтизиатры.
Читайте нас: