Бөтә яңылыҡтар
19 Март 2019, 12:31

Изге юлдарҙан йөрө, атай!

Уның эш сәғәте таң һарыһынан башлана. Ул һәр көн тиҫтәләгән уҡыусының ғүмере өсөн яуаплы. Һүҙем – Байыҡ Айҙар исемендәге Арҡауыл урта мәктәбендә егерме ике йыл автобус водителе булып эшләгән Ҡәүи Ҡазиханов хаҡында.

Атайым Мәрйәм һәм Хәбиб Ҡазихановтарҙың ишле, татыу ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килә. Тыуған ауылы Иҙелбайҙа белем алғандан һуң, Учалы ҡалаһына һөнәрселек училищеһына йүнәлә. Артабан Совет Армияһы сафтарында ир-егеттең мөҡәддәс бурысын үтәй. Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү оло тормош һабағы була. Дисциплина, башҡарыусанлыҡ, етеҙлек кеүек сифаттар унда ныҡлап формалаша. Намыҫлы хеҙмәте өсөн хәрби часть командирының Почет грамотаһына лайыҡ була.

1982 йыл. Атайым “Йүрүҙән” совхозында хеҙмәт юлын башлай. Ҡыҫҡа ғына ваҡытта ул иң шәп водителдәрҙең береһе булып таныла. 1989 йылда ул “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” исеменә лайыҡ була. Киләһе йылына социалистик ярыштар еңеүсеһе тип табыла. “УАЗ”, “ГАЗ”, “КамАЗ”, “ЗИЛ”, “Волга”, “Урал”... Атайым Ватан етештереүселәренең барлыҡ “ҡорос аттарын” йүгәнләне, буғай. Яуаплы хеҙмәткәргә һәр ваҡыт яңы машиналарҙы ышанып тапшырҙылар.

1997 йылда тәжрибәле водителде мәктәпкә саҡырып алалар. “ГАЗ” нигеҙендә ҡоролған будкалы автобуста ул меңдәрсә километр үтә. Ниһайәт, “Мәғариф” милли өҫтөнлөклө проекты сиктәрендә, баш ҡаланан өр-яңы “КАВЗ” алып ҡайта. Бер нисә йыл элек “ПАЗ” автобусына күсеп ултырҙы. Ниндәй генә машинала эшләмәһен, Ҡәүи Хәбиб улы техниканың ҡоролошон, ҡылығын ентекләп өйрәнә, уны тәртиптә тота. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн район Хакимиәтенең, ауыл советының һәм мәктәп етәкселегенең Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. Ата-әсәйебеҙ беҙгә, ике балаға, ғүмер биреп, оло тормош юлына сығарҙылар. Бөгөн улар беҙгә терәк-таяныс булып, ейәнсәрҙәре Аделина, Альяна, Амелия, Айгүзәлдең уңыштарына ҡыуанып бәхетле донъя көтәләр. Ә Ҡәүи Хәбиб улы бөгөн 60 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.

Эш көнө. Ял. Каникулдар. Атайым йәнә юлға йыйына. Бөгөн – конкурс, иртәгә – олимпиада, унан һуң спорт ярыштары, экскурсия, семинарҙар... Иҫән-һау ғына йөрө, атай!

Илнур ҠАЗИХАНОВ,

РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы.

Дыуан районы Мәсәғүт ауылы.
Читайте нас: