Бөтә яңылыҡтар
12 Март 2019, 17:55

Йүнсел эшҡыуар ҙа, һөйөклө әсәй ҙә

Районыбыҙҙа шәхси эшҡы­уарлыҡ менән шөғөлләнгән гүзәл заттарыбыҙ байтаҡ. Шулар араһында абруй, хөрмәт яулағандарҙың береһе – Лилиә Фән ҡыҙы Зиннәтова.

Районыбыҙҙа шәхси эшҡы­уарлыҡ менән шөғөлләнгән гүзәл заттарыбыҙ байтаҡ. Шулар араһында абруй, хөрмәт яулағандарҙың береһе – Лилиә Фән ҡыҙы Зиннәтова.

Ул алсаҡ, уңған, эшҡыуарлыҡта ҙур уңыштарға өлгәшкән ханым. Ташауыл ауылында тыуып үҫкән Лилиә Фән ҡыҙы бөгөн Ҡалмаҡтар ауылында йәшәй һәм эшләй ҙә. Ауылында магазин, шунда уҡ бешеренеү цехын асып, ауылдаштарын һәм район үҙәк дауаханаһына килгән халыҡҡа эҫе сәй, йылы аш тәҡдим итә. Нисәмә кешегә эш урындары булдырған. Әлбиттә, еңел булмаған эштәрендә уға һәр саҡ тормош иптәше Айрат Хатип улы ярҙам итә. Бергә йөктө тартҡанға, эштәре лә ырамлы бара. Унан башҡа Зиннәтовтар күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫырай. Бигерәк тә улар экзотик ҡоштарға өҫтөнлөк бирә. Мәҫәлән, дөйәғош, төрлө тоҡомло ҡаҙ, өйрәк үрсетеү менән шөғөлләнәләр.

40 йылдан ашыу иңгә-иң терәп йәшәгән Зиннәтовтар бына тигән ике ҡыҙ һәм ул үҫтергәндәр. Бөгөн 8 ейән-ейәнсәре – уларҙың иң ҙур кинәнесе. Йәй буйы өйҙәре балалар тауышынан гөр килеп тора. Олатай-өләсәйҙең күңеле киң, һәр береһенә наҙы, яратыуы етә.

Күптән түгел Лилиә Фән ҡыҙы үҙенең күркәм юбилейын билдәләне. Уны ғүмер байрамы һәм 8 Март менән ихлас ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете теләйек.
Читайте нас: