Бөтә яңылыҡтар
12 Март 2019, 18:03

Күңелле байрам ул – “Көҙәйҙәр бәйгеһе”

Яңы Ҡаратаулы ауылы ҡаршыһындағы һабантуй майҙанында быйыл икенсе тапҡыр “Көҙәйҙәр бәйгеһе” үткәрелде.

Яңы Ҡаратаулы ауылы ҡаршыһындағы һабантуй майҙанында быйыл икенсе тапҡыр “Көҙәйҙәр бәйгеһе” үткәрелде. Санаға егелгән аттар ярышы байрамында байтаҡ кеше ҡатнашты. Әлкә, Яңы Ҡара­таулы һәм “Ян­ғантау” шифа­ханаһынан төрлө ҡушаматлы юртаҡтарҙы бәйгегә килтергәйнеләр.

Ҡышҡы һабан­туйҙа район баш­лығы урын­баҫар­ҙары Айгиз Әхмәт­йәнов, Рәмил Хам­матов, ярыштың баш судь­яһы, ветстанция начальнигы Тимур Камалет­динов, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Көнһылыу Ғәлиева, баш ағинәй Светлана Васильева ла булды.

Программаға ярашлы, тәүҙә жюри аттарҙы егеү биҙәлешен баһаланы. Бында Әлкә ауылынан Шәмсетдиновтарға етеүселәр булманы. Аврора ҡушаматлы атын улар сағыу итеп биҙәгәйне, һәр кем уның эргәһендә фото төшөп ҡалырға тырышты. Икенсе Башкирка ҡушаматлыһы Башҡортостан флагы төҫөндә ине. Айрат Шәмсетдинов улы Динислам һәм энеһе Айгиз менән ярыштың аҙағына тиклем милли кейемдә йөрөүе маҡтауға лайыҡ. Конкурстың икенсе-өсөнсө урындарын “Янғантау” шифаханаһы хеҙмәткәрҙәре бүлеште.

Йылҡысылар, йәғни аттарҙы санаға егеү бәйгеһендә Әлкәнән Айрат Ғәйнетдинов менән Зөфәр Сәғәҙиев ярышты. Һөҙөмтәлә уларҙың тәүгеһе еңеү яуланы. Айрат Ғәйнетдинов көтөүселәр бәйгеһендә лә, сыбыртҡы менән оҫта эш итә белеүен күрһәтеп, икенсе йыл рәттән береһенә лә ал бирмәне. 2-се – Йәмил Самиҡов (Янғантау) һәм 3-сө урынға Амалия Камалетдинова (Әлкә) сыҡты.

“Көҙәйҙәр” бәйгеһенең иң сағыу өлөшө саналы аттар ярышы булды. Ул өс урауҙа ойошторолдо. Стартҡа тәүҙә 5 эшсе ат сыҡты. Беренсе булып Әлкәнән иң йәш ҡатнашыусы Батыр Камалетдинов Лакомка атында килеп етте. Икенсе – Янғантауҙан Малыш (Ринат Сәйфетдинов), өсөнсө Әлкәнән Герой (Айрат Шәмсетдинов).

Юртаҡ аттар араһында Мустанг (Айрат Ғәйнетдинов) – беренсе, Аврора (Айрат Шәмсетдинов) – икенсе, Муравей (Булат Әфтәхов, “Янғантау” шифаханаһы) өсөнсө булып финиш һыҙығын үтте.

Өсөнсө урауға башҡорт то­ҡом­ло аттар сыҡты. Әлкәнән Красотка ҡушаматлы ат (йөрөтөүсеһе – Илнур Әхмәтйәнов) беренсе булып килде. Икенсе – Яңы Ҡара­таулынан Аҡъял (Илмир Бәширов), өсөнсө урынды Әлкәнән Торнадо (Батыр Камалетдинов) алды. Ярышта еңеүселәр “Янғантау” геопаркы һәм район Хакимиәте Дипломдары, ҡиммәтле приздар менән бүләкләнде.

Ҡышҡы һабантуй күңелле үтте. Әлкә, Ишембай, Малаяҙ ауылдарының үҙешмәкәр ансамблдәре концерт ҡуйҙы. Динислам Шәмсетдинов менән Айгиз Сәғәҙиев дуэтының “Толпар атым” йырын башҡарыуы бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Балалар ҙа, өлкәндәр ҙә ошо уҡ майҙанда ойошторолған халыҡ уйындарында ҙур теләк менән ҡатнашты. Тамашасылар араһында “Янғантау” шифаханаһында ял итеүселәр ҙә бар ине. Улар Салауат Юлаев музейы ойошторған викторинала үҙ белемдәрен күрһәтте. Торналынан эшҡыуар Илнур Сафин һәм ағинәй Әлфинур Әсмәндиәрова етәкселегендәге Яңы Ҡаратаулы әүҙемдәре йылы аш тәҡдим итте. Шулай уҡ ярыш аттарын икенсе йыл һоло менән тәьмин иткән “Простор” хужалығы директоры Ралиф Хөснөтдиновҡа рәхмәт белдерәбеҙ. “Көҙәйҙәр бәйгеһе”н үткәреү районда булдырылған Геопарк проектын ғәмәлгә ашырыу өсөн мөһим.

Зилә САДИҠОВА,

ярышты ойоштороусы.
Читайте нас: