Алыҫ 1979 йылда уларҙы яҙмыш осраштыра, һәм ғүмерлеккә бергә итә. Зәбирә Әхәт ҡыҙы тыумышы менән Лағыр ауылынан. Бөрө ҡалаһында училище тамамлап, йүнәлтмә буйынса Һарғамышҡа эшкә ебәрелә, ә Әбүзәр Минниғәле улы саҡ әрме хеҙмәтенән (ул Амур өлкәһендә сик буйы ғәскәрендә кинолог булып хеҙмәт итә) ҡайтҡан мәле була.
Бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙып, ауырлыҡтарҙы еңә-еңә Ғиззәтовтар тормош юлын һүтә. Улар һәр саҡ хәрәкәттә, эштә. Әбүзәр малсы, бригадир булһа, Зәбирә, Өфөлә республика профсоюздар ялын ойоштороу үҙәгендә курс тамамлап, художество етәксеһе һөнәрен алып, оҙаҡ йылдар ауыл мәҙәниәт йорто директоры булып эшләй. Ауылдаштарын төрлө саралар, байрамдар ойоштороп ҡыуандыра. Һуңынан магазин асып, 15 йыл шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнәләр.
Бер-береһен ихтирам иткәндәр, яратҡандар ғына ғүмер тигән оҙон һуҡмаҡты үтә. Улар ауылда иркен йорт һалып сыға, ағасын да ултыртҡан, ә иң мөһиме – өс ҡыҙға һәм бер улға ғүмер биргәндәр. Өлкән ҡыҙҙары Лира – Малаяҙ башҡорт гимназияһында психолог, Эльвиралары – 1-се Малаяҙ урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы, кесеһе Элизалары – Боксит коррекция мәктәп-интернатында логопед-дефектолог, улдары Азамат Себерҙә эшләй. Һәр береһе ғаиләле. Бөгөн Ғиззәтовтар хөрмәтле олатай менән өләсәй – уларҙың 4 ейәне һәм 5 ейәнсәре бар. Хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, баҡса үҫтереп, мал-тыуар аҫырайҙар.
Юбилейҙары уңайынан балалары ата-әсәләренә ғүмер бүләк иткәндәре, ҡәҙерләп үҫтергәндәре, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торғандары өсөн баш эйә һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.