Бөтә яңылыҡтар
25 Февраль 2019, 18:40

“Ысын ил һаҡсыһы тәрбиәләгәнһегеҙ”

Малаяҙ ауылы егете Алмаз Мөрсәлимов әрмелә өлгөлө һәм намыҫлы хеҙмәт итә. Уның ата-әсәһенә ғәскәри часть командирынан Рәхмәт хаты килде.

“Хөрмәтле Гөлфиә Рафаэль ҡыҙы, Дамир Иштимер улы! Улығыҙ Мөрсәлимов Алмаз үҙенең хәрби хеҙмәт бурысын өлгөлө үтәй, хоҡуҡ тәртибен һаҡлау һәм йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә әүҙем ҡатнаша. Һеҙҙең улығыҙҙы хеҙмәттәштәренә хеҙмәт оҫталығын арттырыу һәм хәрби дисциплинаны нығытыуҙа үрнәк итеп ҡуйырлыҡ. Шундай лайыҡлы Ватан һаҡсыһы тәрбиәләгәнегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм”, – тип яҙған полковник С. Шипилов.

Урмансы ауылында тыуып, Малаяҙҙа үҫкән Алмаз тау инженеры һөнәренә эйә. Ул гимназиянан һуң Мәскәүҙә Серго Орджоникидзе исемендәге Рәсәй дәүләт геология разведкаһы университетын тамамлаған. Әрмегә былтыр апрелдә алынған. Бөгөн Ленинград өлкәһендә Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Тиҙҙән яҡташыбыҙға ҡайтырға ла ваҡыт етә.

Ил алдындағы изге бурысын үтәгән егеттәребеҙ ата-әсәләрен тик шундай яҡшы хат-хәбәрҙәр менән генә һөйөндөрөп торһон.
Читайте нас: