Бөтә яңылыҡтар
25 Февраль 2019, 18:25

Уңалмаҫ яра – афған һуғышы

Афған һуғышы – ил тарихында, меңәрләгән әсә, һалдат йөрәгендә уңалмаҫ яра. Афған яуы беҙҙең республикабыҙ, районыбыҙ өсөн дә эҙһеҙ үтмәй. Унда Башҡортостандан 9, 5 меңдән ашыу, ә райондан 200-гә яҡын кеше ҡатнаша. Яугирҙарҙың 343-ө кире әйләнеп ҡайтмай. Салауат районынан иһә 8 яҡташыбыҙ афған, чечен һуғышында һәләк булды. Быйыл Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуға 30 йыл тулды.

Афған һуғышы – ил тарихында, меңәрләгән әсә, һалдат йөрәгендә уңалмаҫ яра. Афған яуы беҙҙең республикабыҙ, районыбыҙ өсөн дә эҙһеҙ үтмәй. Унда Башҡортостандан 9, 5 меңдән ашыу, ә райондан 200-гә яҡын кеше ҡатнаша. Яугирҙарҙың 343-ө кире әйләнеп ҡайтмай. Салауат районынан иһә 8 яҡташыбыҙ афған, чечен һуғышында һәләк булды. Быйыл Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуға 30 йыл тулды. Был көн – һәләк булған яугирҙарҙы иҫкә алыу ғына түгел, ә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыусыларға ла тәрән ихтирам, рәхмәт белдереү ҙә.

Хәтер көнөндә Билдәһеҙ һалдат һәйкәле янына яугир-интер­националистар, һуғышта һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың әсәләре, район етәкселәре һәм уҡыусылар йыйылды. Салауаттар йәшләй генә ғүмерҙәре өҙөлгән яугирҙарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды. Сараға килеүселәр Билдәһеҙ һалдат һәйкәленә, Дыуан күп профилле колледжының Малаяҙ филиалы ихатаһына яугир-интернационалистарға ҡуйылған стелаға сәскәләр һәм веноктар һалды.

Байрамдың тантаналы өлөшө район мәҙәниәт йортонда дауам итте. Сарала ҡатнашыусылар фойела яугирҙарҙың шәхси әйберҙәре, фотолары ҡуйылған күргәҙмә менән танышты. Шулай уҡ улар райондың хәрби хәрәкәттәр ветерандары ойошмаһының эшен сағылдырған стендтарҙы, балалар эшләгән һүрәттәрҙе ҡараны.

Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Риф Мөхәмәтдинов, йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе Илгиз Баҙретдинов байрам менән ҡотлап, һәләк булған яугирҙарҙың әсәләренә сәскә гөлләмәһе һәм аҡсалата бүләктәр тапшырҙы. Бүләкләү сараһынан ауыл биләмәһе башлыҡтары ла ситтә ҡалманы, улар ҙа әсәләрҙе тәбрикләп үтте. Риф Йонос улы йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләүгә ҙур көс һалған яугир-интернационалистарҙы Рәхмәт хаты менән билдәләне.

Салауат районының хәрби-иҫәп пункты начальнигы Флорида Ханова, ветерандар рәйесе Фәрит Түрйәнов та сығышында иң изге теләктәрен еткерҙе. Хәрби хәрәкәттәре ветерандары рәйесе Рөстәм Хөснуллин яу яланында батырҙарса һәләк булған һәм һуғыштан ҡайтып үлгән интернационалистарҙы иҫкә алды. Шулай уҡ Рөстәм Нәбиулла улы, “Афғанстан – беҙҙең йөрәктә” һүрәттәр конкурсына йомғаҡ яһап, еңеүселәргә Маҡтау грамоталары һәм бүләктәр тапшырҙы. Яуҙа һәләк булған яҡташыбыҙ Тәбрик Закировтың әсәһе Роза апайҙың сығышы ла бик тулҡынландырғыс булды. Хәтер көнө концерт номерҙары менән тамамланды.
Читайте нас: