Бөтә яңылыҡтар
7 Февраль 2019, 14:00

Башҡортостандың тәүге Президенты

Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Рәхимовҡа 85 йәш тула

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовтың 85 йәшлек юбилейын киң билдәләргә тәҡдим итте .

Юбиляр хәстәрлек һәм иғтибар өсөн рәхмәт белдерҙе, ләкин баш тартты. Уның фекеренсә, әле байрам ойоштороу өсөн уңай ваҡыт түгел. Республикала тиҙ арала йыйылған проблемаларҙы хәл итергә кәрәк.

Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов 1934 йылдың 7 февралендә Күгәрсен районы Тәүәкән ауылында тыуған. Үҙенең хеҙмәт эшмәкәрлеген 1956 йылда, Өфө нефть техникумын тамамлағандан һуң, Өфө нефть эшкәртеү заводында оператор булып башлай. Төп эшенән айырылмай, Өфө нефть институтын тамамлай. Ябай операторҙан алып, завод директорына тиклем үрләй ул.

1993 йылда Башҡортостан Респуб­ликаһының тәүге Президенты итеп һайлана. Халыҡ уны өс тапҡыр Президент итеп һайлай. Ә 2006 йылдың 10 октябрендә депутаттар бер тауыштан Президент вәкәләттәрен яңы биш йыллыҡҡа йөкмәтеү тураһында ҡарар сығара. Мортаза Рәхимов 2010 йылдың 12 июлендә үҙенең вазифаһынан алда китеү теләген иғлан итә. “Урал” мәрхәмәтлек фонды булдырып, уның менән етәкселек итә.

Мортаза Ғөбәйҙулла улы эшләгән дәүерҙә республика һәр яҡлап тотороҡлоҡ кисерҙе: мәктәп, балалар баҡсалары, спорт комплекстары төҙөлдө, юлдар һалынды, газ үткәрелде, туған телдәрҙе өйрәнеү даирәһе киңәйҙе. Туған телдә сыҡҡан гәзит-журналдар һаны артты. Үҙенең фиҙаҡәр хеҙмәте менән ябай халыҡтың ихтирамын яуланы.

Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Мортаза Рәхимов “Башҡор­тостан Республикаһы алдын­дағы ҡаҙаныштары өсөн”, Салауат Юлаев, I, II дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн”, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар дуҫлығы ордендары менән бүләкләнгән.

МОРТАЗА РӘХИМОВ – БАШҠОРТ ХАЛҠЫНЫҢ АҠҺАҠАЛЫ
Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайының Башҡарма комитеты улты­рышында Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовты Аҡһаҡалдар ҡороноң почетлы ағзаһы итеп алырға тигән тәҡдим менән ҡор етәксеһе Вельмир Аҙнаев сыҡты.
Башҡарма комитет тәҡдимде хупланы һәм «Башҡорт халҡының маҡтаулы аҡһаҡалы» тип әйтеүҙе урынлы тип тапты.

Читайте нас: