Бөтә яңылыҡтар
5 Февраль 2019, 13:22

Яңыртылған клуб – ҙур шатлыҡ

Урындағы башлан­ғыстарҙы яҡлау прог­рам­­маһында Әлкә ауылы клубы яңыртылды

Урындағы башлан­ғыстарҙы яҡлау прог­рам­­маһында Әлкә ауылы биләмәһе икен­сегә ҡат­наша. Тәүҙә урындағы халыҡ прог­рамма сиктәрендә Иҙрис ауылы­ның юлда­рын төҙөк­ләндерһә, былтыр унан файҙа­ланып, Әлкәләге клуб ремонт­ланды.

Клубты асыу тан­танаһы, ысын мәғәнә­һендә, байрамға әүе­релде. Район хаки­миәте башлығы урын­баҫары Айгиз Әхмәт­йәнов, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Жәмил Мөхәррәмов, ауылдың ветерандар советы рәйесе Вилмир Сафин, баш ағинәй Ләлә Кәримова әһәмиәтле ваҡиға менән барыһын да ҡотлап үтте. Әлкә ауыл биләмәһе башлығы Руслан Низамов был проектты тормош ашырыуҙа әүҙем ҡатнашҡандарға Рәхмәт хаттары тапшырҙы, клубҡа яңы музыкаль үҙәк бүләк итте. Сараның һуңында күрше өлкәнең Ҡатау-Тамаҡ, Трехгорный ҡалаларынан килгән, ауылдың “Миләш”, “Серҙәш” ансамблдәре, уҡыусылар йыр-бейеүҙәр менән халыҡтың күңелен күрҙе.

Әлбиттә, клубты төҙөкләндереү өсөн күп көс һәм ваҡыт сарыф ителде. Документтар эшләү, халыҡтан аҡса йыйыу, спонсорҙар эҙләү, төҙөлөш эштәрен ойоштороу һәм башҡа мәшәҡәттәр Әлкә ауылы биләмәһе хакимиәтенә һәм быға вайымһыҙ булмаған кешеләрҙең иңенә төштө. Ауыл биләмәһе башлығы Руслан Низамовтың әйтеүенсә, был миллионға яҡын һумлыҡ проект ине. Талап ителгән аҡсаның 15 процентын ауыл халҡы йыйһа, 15-ен – ауыл биләмәһе хакимиәте, тағы ла шундай уҡ өлөшөн бағыусылар биргән.

Төҙөкләндереү эштәрен Пермь өлкәһенән төҙөлөш ойошмаһы башҡарған. Улар мәҙәниәт усағының ҡыйығын, тәҙрәләрен һәм ишектәрен тулыһынса алмаштырҙы. Бынан тыш, ауыл хакимиәте, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренең, оҫталар Владик Шәмсетдинов, Әнүәр Сәғҙетдинов һәм Бәсим Кәримовтың тырышлығы менән клубтың эсе лә ремонтланды. Яҡын киләсәктә әлкәләр арҙаҡлы ауылдаштары Вәкил Шөғәйепов хөрмәтенә унда музей ҙа булдырырға ниәтләй.

Яңыртылған клуб, әлбиттә, әлкәләр өсөн ҙур шатлыҡ. Мәҙәниәт усағында төрлө саралар уҙғарыла, ауылдаштар бер-береһе менән күрешеп аралаша, байрамдарҙа күңел аса. Клубта урынлашҡан китапхананан кеше өҙөлмәй.

1980 йылда һалынған бина быға тиклем ремонтланғаны юҡ ине. Тәүҙә унда балалар баҡсаһы урынлашһа, һуңынан клубҡа әйләндерелде.

Читайте нас: