Бөтә яңылыҡтар
5 Февраль 2019, 18:53

Лотерея билеты

Сәниф менән Сәмих – йән дуҫтар, етмәһә, күршеләр ҙә. Бер урамда уйнап, бер инештең һыуын эсеп үҫтеләр. Бағанай менән Кәтүк кеүек айырылғыһыҙ ике дуҫ мәктәптә, унан һуң училищела шоферға уҡыны. Тулыраҡ...

Сәниф менән Сәмих – йән дуҫтар, етмәһә, күршеләр ҙә. Бер урамда уйнап, бер инештең һыуын эсеп үҫтеләр. Бағанай менән Кәтүк кеүек айырылғыһыҙ ике дуҫ мәктәптә, унан һуң училищела шоферға уҡыны.

Бер аҙ колхозда ла эшләп өлгөрҙөләр. Унан һуң – әрме. Икеһе лә сит илгә эләкте. Береһе – Польшала, икенсеһе Германияла хеҙмәт итте. Ҡайтҡас, эшкә урынлашып, бер үк ваҡытта өйләнеп, матур ғына донъя ҡороп ебәрҙеләр. Сәнифкә кәләше ҡыҙ бүләк итте, ә Сәмих бәхетенә малай тыуҙы. Күршеләр ауыл тормошоноң бөтә мәшәҡәттәренә төрөнөп, яй ғына йәшәй бирҙе. Аш-һыу, һуғым булһа, бер-береһен саҡырышып, күптән туғанлашып бөттөләр тиһәм, хата булмаҫ.

Бер ваҡыт, Яңы йыл алдынан дуҫтарҙың юлы район үҙәгенә төштө. Булған эштәрен барлағас, йомоштарын йомошлағас, ҡайтыр яҡҡа сыҡҡанда сауҙа үҙәгенә инеп бер ярты алдылар. Бер аҙ атлағас, быуа быуырлыҡ сират күҙҙәренә салынды. Бында лотерея һаталар икән. (Яңы йыл серияһы!) Дуҫтар бәхеттәрен һынап ҡарау өсөн сиратҡа баҫты. Ләкин билет Сәмихкә генә эләкте. Һуңғы билет булды.

Билетты ҡарар алдынан йөҙәр грамм һалырға булдылар. Парктағы беседкаға ултырып, кеҫәләге “Урман һылыуы”н астылар. Бер стаканды “дөнкөгәс”, Сәмихтың теле асылды.

– Был билетҡа машина сығыр, моғайын, күңелем һиҙә, – тине, ҡаштарын уйнатып. Машинаны алып ҡайтһам, билләһи, иң беренсе ҡатынымды ултыртып йөрөтәсәкмен...

– Ә ниңә мин иң беренсе түгел? Беҙ бит бала саҡтан уҡ дуҫтар, һуңынан ғына ҡатының булды. Мин ултырырға тейеш беренсе булып машинаға, – тип ризаһыҙлыҡ белдерҙе Сәниф.

– Юҡ, юҡ. Башта ҡатынымды йөрөтәм. Ә-ә-ә, минең улым да бар бит. Нәсих – икенсе. Һин, Сәниф ҡорҙаш, өсөнсө генә икән, – тине Сәмих, үҙ һүҙен һүҙ итергә тырышып.

Бәхәсләшә торғас, шешәне бушатып бөтөрҙөләр.

– Барыбер мин беренсе ултырасаҡмын! Сәниф ауылдашының күҙ төбөнә ҡундырҙы. Сәмих та яуапһыҙ ҡалманы. Улар паркта, кем әйтмешләй, туҙан туҙҙырып һуғышҡанда, полиция хеҙмәткәрҙәре килеп етте.

– Нимә булды, иптәштәр, ни өсөн тартҡылашаһығыҙ? – тине лейтенант.

– Ул мине машинаһына ултыртмай, иң яҡын дуҫын, һабаҡташын, етмәһә, күрше лә, тине – Сәниф, теле телгә йоҡмайынса.

– Тәк-тәк. Бына эләктегеҙ. Ҡайҙа машинағыҙ? Беләһегеҙ бит инде, әфәнделәр, эскән килеш рулгә ултырырға ярамағанлығын. Ҙур суммала штраф һәм оҙаҡ ваҡытҡа “право”һыҙ ҡалыу янай...

Участкала уларға тәртип боҙған өсөн штраф сәпәнеләр. Хәл ингәс, әңгәмәләшеп алғас, уларҙы сығарҙылар.

Ҡайтыр юлға атлағанда, Сәмих ҡулдарын кеҫәһенә тыҡты. Булған нәмәһен берәмтекләп тикшерҙе, булғандары урынында ине. Тик лотерея билеты ғына ҡайҙалыр “осҡайны”.

Илбарис СӘЛИМХАН.

Тирмән ауылы.
Читайте нас: