Бөтә яңылыҡтар
21 Ғинуар 2019, 17:59

Изге һыуҙа ҡойоноп

Районда йәшәүсе хрис­тиандар йылға мәкеләрендә һәм Ҡорғаҙаҡ шишмәһендә сумып үҙҙәрен сафландырҙы.

Районда йәшәүсе хрис­тиандар йылға мәкеләрендә һәм Ҡорғаҙаҡ шишмәһендә сумып үҙҙәрен сафландырҙы. Был көндө һыу изге тип һанала. Һыуға сумыу гонаһтарҙан, насарлыҡтан һәм күп ауырыуҙарҙан ҡотолоу, тип иҫәпләй диндарҙар. Һыуға сумыусылар араһында мосолмандар ҙа байтаҡ ине. Уларҙың фекеренсә, һыуға сумыу, диндән баш тартыу түгел, ә үҙеңде һынап ҡарау. Күптәр был көндө изге һыу алырға ла килгәйне. Ҡорғаҙаҡ шишмәһендә лә был төндө кеше күп ине. Силәбе өлкәһенән дә килеүселәр булды.
Шунда уҡ “Янғантау” шифаханаһы эҫе сәй һәм башҡа продукцияһын тәҡдим итте. Полиция хеҙмәткәрҙәре, тиҙ ярҙам машинаһы ла шунда дежур итте.
Читайте нас: