Бөтә яңылыҡтар
18 Ғинуар 2019, 15:15

Ҡотороу - үлемгә килтереүсе сир

Ҡотороу - хайуандарҙы һәм кешеләрҙе үлемгә килтереүсе сир. Салауат районы ветеринар станцияһы начальнигы Тимур Камалетдиновтың әйтеүенсә, республикала йорт хайуандарына ҡотороуҙан буш прививка эшләтеү буйынса акция старт алған. Вакцинаны ҡайҙа эшләтергә була? Тулыраҡ гәзиттең сайтында уҡығыҙ...

Дауаханаға ваҡытында мѳрәжәғәт итмәгән осраҡта кешелә ҡотороуҙың билдәләре үҫешә һәм уның үлемгә килтереүе ихтимал. Сирҙе ҡуҙғытыу сығанағы булып сирле ҡырағай хайуандар (төлкө, бүре, ярғанат) һәм йорт хайуандары һанала. Малдарға, кешеләргә был сир ауырыу мал тешләһә, йә асыҡ яраға уның шайығы тейһә барлыҡҡа килә. Был сирҙән һаҡланыу өсөн йорт хайуандарына мотлаҡ ҡотороу сиренә ҡаршы прививка яһатылырға тейеш.

Салауат районы ветеринар станцияһы начальнигы Тимур Камалетдиновтың әйтеүенсә, республикала йорт хайуандарына буш прививка эшләтеү буйынса акция старт алған. Прививканы ветеринар станцияһында һәр шаршамбы һәм шәмбе 10:00 сәғәттән алып 13:00 сәғәткә тиклем яһатырға була.

-------------------

От этой болезни могут пострадать все теплокровные животные, а также человек. Поэтому нужно быть особенно осторожными со своими питомцами. Особенно внимательным нужно быть к дикими животными, которые встречаются в лесу. Если животное близко подходит к человеку, не боится его, можно предполагать начальную стадию бешенства.
Ветеринарные врачи призывают делать прививки от бешенства домашним животным ежегодно, что позволяет предотвратить распространение заболевания. Начальник районной ветеринарной станции Тимур Камалетдинов напомнил, что все владельцы домашних животных могут обратиться в ветстанцию и совершенно бесплатно привить своих питомцев от бешенства. Вакцинация проводится еженедельно по средам и субботам с 10:00 до 13:00 часов. Всю информацию можно получить по телефону: 2-11-41


Читайте нас: