Яңы йыл әлкәләр өсөн шатлыҡлы яңылыҡтар менән башланды. 25 ғинуарҙа ауылда ремонттан һуң яңыртылған клуб ишектәрен асасаҡ.
1980 йылда һалынған бина быға тиклем ремонтланғаны юҡ ине. Тәүҙә унда балалар баҡсаһы урынлашһа, һуңынан клубҡа әйләндерелде.
Төҙөлөш эштәре урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса алып барылды. Ремонтҡа киткән аҡсаның ярайһы ғына бер өлөшөн ауыл халҡы үҙе йыйҙы. Ремонт барышында клубтың ҡыйығы, тәҙрәләре, ишектәре яңыртылды. Мәҙәниәт усағының эсе лә төҙөкләндерелде. Клуб бинаһында китапхана ла урынлашҡан. Киләсәктә әлкәләр унда данлыҡлы ҡурай яһау оҫтаһы Вәкил Шөғәйеповтың музейын да ойошторорға ниәтләй.
25 января в селе Алькино откроется клуб после ремонта. Несомненно, это большой подарок всем жителям села, ведь именно здесь проводятся все значимые для села мероприятия.
Работа по реконструкции шла по программе поддержки местных инициатив. В клубе изменилось многое, как фасад здания, так и внутреннее его убранство. В сельском клубе были заменены кровля, окна и двери, произведен косметический ремонт. Значительную часть денег на ремонт собрали сами сельчане. В здании также размещена библиотека. В будущем алькинцы планируют здесь организовать музей известного мастера по изготовлению и реставрации башкирских национальных музыкальных инструментов Вакиля Шугаипова.