Радий Фәрит улы Мәсетле ауылы мәсетенә лә керҙе. “Бәйләнештә” селтәрендәге “Янғантау” геопаркы Мәсетле киҫелеше” (“Геопарк "Янган-тау" Мечетлинский разрез”) төркөмөндә хәбәр ителеүенсә, унда республика етәксеһенә боронғо хайуандарҙың һәм үҫемлектәрҙең ташҡа һеңгән һындарын күрһәткәндәр. Ул ауыл имамы
Ғабит Ғималовтың шәхси һүрәттәр күргәҙмәһен дә ҡараны. Һуңынан Радий Хәбиров мәсет эсендәге этник зал менән дә танышты. Башҡорт милли кейемендәге
ауыл ҡатын-ҡыҙҙары йыр-моң, мандолина һәм ҡумыҙ көйҙәре менән хөрмәтләп ҡаршы алды
https://vk.com/public166813465?w=wall-166813465_886.