Бөтә яңылыҡтар
3 Ғинуар 2019, 15:40

Әүҙем ялға ни етә!

Яңы йылды ла ҡаршыланыҡ. Ә алда ҡышҡы ял көндәре дауам итә. Аҙна буйына өйҙә генә ятып булмай бит. Ғаилә менән саф һауала әүҙем ял итеү өсөн уңайлы мәл. Иҙрис ауылы эргәһендәге "Шайтан-көҙәй" тирмәләр кемпингында тюбингта шыуырға, саңғыла йөрөргә мөмкин. Тулыраҡ - сайтта.

Яңы йылды ла ҡаршыланыҡ. Ә алда ҡышҡы ял көндәре дауам итә. Аҙна буйына өйҙә генә ятып булмай бит. Ғаилә менән саф һауала әүҙем ял итеү өсөн уңайлы мәл.
Шөкөр, районыбыҙҙа бының өсөн шарттар бар. Мәҫәлән, Иҙрис ауылы эргәһендәге “Шайтан-көҙәй” тирмәләр кепингы. Туристик туҡталҡа ауылдың үрге яҡ осонда урынлашҡан. Исмәғилевтар ғаиләһе ойошторған турбазала тюбингта шыуыу, саңғыла йөрөү тәҡдим ителә. Тюбинг юлы, кемпингтан аҫтараҡ, тау битләүенә эшләнгән. Бында ватрушкаларҙы (тауҙан шыуыу өсөн тәгәрмәстәрҙе) прокатҡа бирәләр. Ҡышҡы урмандың матурлығына һоҡланып, тау шыуыу күңелле лә, файҙалы ла. Ә иң мөһиме, унда ял итеүселәргә хәүефһеҙлек тәьмин ителгән.
– Беҙгә ғаиләләре менән ял итергә киләләр, ауыл балалары ла бында көн һайын тиерлек йөрөй, – ти Илфат Исмәғилев. – Турбазанан Иҙрис мәмерйәһенә тиклем, флажоктар менән билдәләп, унан бында урап килеү менән бергә, 4 саҡрымлыҡ саңғы юлын да һалғанбыҙ. Теләгән кеше, үҙ саңғыһы менән килеп, йөрөй ала. Прокатҡа ла саңғыларыбыҙ бар.
Хәйер, уҡытыусы-эшҡыуар Илфат Исмәғилевтың Иҙристә ошондай туристик ял үҙәге ойоштороуы тураһында хәбәрҙарбыҙ. Ундағы “Туғыҙынсы тирмә” проекты былтыр “Иң яҡшы туристик туҡталҡа” республика конкурсында еңеү яулауын да гәзит уҡыусыларыбыҙ менән уртаҡлашҡайныҡ. Башҡорт тирмәһендә, ошондай ҡырағай шарттарҙа, күрше өлкәнән бер нисә ғаилә Яңы йыл төнөн ҡаршылаған. Ситтәрҙе ҡыҙыҡтырыр тәбиғәт ҡосағында, Рәсәйҙәге тәүге Геопарктың бер мөйөшөндә үҙебеҙ ҙә ял итәйек. Әүҙем ялға ни етә!
Читайте нас: