Бөтә яңылыҡтар
29 Декабрь 2018, 14:06

Күңелле булды Шыршы байрамы

Район мәҙәниәт йортонда Шыршы байрамына мәктәптәрҙән уҡыу, спорт алдынғылары, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыусылар, олимпиада еңеүселәре, төрлө конкурстар лауреаттары һәм башҡа өлгөлө балалар йыйылды.

Районда уҡыу алдынғылары, олимпиада һәм конкурстар еңеүселәре өсөн стипендия булдырылып, һәләтле уҡыусыларҙы тәбрикләү яҡшы йолаға әүерелде. Тантанала уҡыу алдынғыларын район хакимиәте башлығы Марс Кашапов ҡотлап, стипендияға лайыҡ булыусы Эльвина Ҡазыева, Илназ Хәйров (икеһе лә Лағырҙан), Тамара Плотникова (Янғантау), Тимур Шөғәйепов, Гөлгөнә Ғәйнетдинова (Әлкә), Аделина Ғилманова (гимназия), Сынтимер Димовты (Арҡауыл) бүләкләп үтте. Марс Фәррәх улы Балалар сәнғәт мәктәбе йүнәлешенән стипендияға лайыҡ булыусы Арҡауылдан Илнар Ғайнанов, Малаяҙ башҡорт гимназияһы уҡыусылары Ярослав Лобов, Илшат Мөхәмәтйәнов, Илнур Имаев һәм Линар Ғариповҡа сертификаттар тапшырҙы.
Сибай ҡалаһынан саҡырылған “Сулпан” театрының “Тылсымлы һыбыҙғы” тип аталған тамаша балаларҙы үҙенә йәлеп итте. Кескәйҙәр мәҙәниәт йортоноң фойеһында шыршы тирәләй әйләнеп йырҙар башҡарҙы, төрлө ярыштарҙа көсөн һынаны, һәләттәрен күрһәтте. Байрам һуңында һәр бала матур-матур бүләктәр алып ҡыуанды.
Читайте нас: